Башҡортостан буйынса Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең халыҡ иҫәбен алыу буйынса Әбйәлил районындағы уполномоченныйы В. М. Гәрәев әйтеүенсә, был мәсьәлә буйынса эштәр районда билдәләнгән планға ярашлы алып барыла.
–Нигеҙҙә район халыҡ иҫәбен алып барыу эштәренә әҙер: кадрҙар һайлап алынған, картографик материалдар тулыһынса әҙер. Әлеге ваҡытта ауыл биләмәләре хакимиәттәре үҙәгрештәрҙе иҫәпкә алыу журанлын алып бара. Йәғни төрлө сәбәптәр арҡаһында өй һүтелһә, йәки кемдер ситтән килеп урынлашһа, былар барыһы ла шул журналда теркәлә. Март айында иһә иҫәп алыу алдынан үткәрелгән тикшереү ваҡытында улар барыһы ла төп исемлеккә индерелә, - тип аңлатма бирә Вильям Муллаҡай улы.