+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2020, 12:09

2020 йылда республикала тыуған сабыйҙарҙың популяр исемдәре аталды

Башстат быйыл Башҡортостанда донъяға килгән сабыйҙарҙың иң популяр исемдәрен иғлан итте.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башстат быйыл Башҡортостанда донъяға килгән сабыйҙарҙың иң популяр исемдәрен иғлан итте.
Малайҙарға йышыраҡ – Әмир, ә ҡыҙҙарға Арина тип исем ҡушҡандар.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2020 йылдың 10 айында республикала 34 408 бала тыуған, был 2019 йылдың ғинуар-октябренә ҡарағанда 2,9 процентҡа кәмерәк.
Статистиктар мәғлүмәте буйынса, төбәктә, тотош илдәге кеүек үк, әсәлектең «өлкәнәйеү» тенденцияһы дауам итә.
Әгәр элекке йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар күберәк 20-24 йәштә бала тапһа, 2019 йылда әсә булыу күпселек осраҡта 25-29 һәм 30-34 йәш төркөмдәренә тура килә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: