Асыу тантанаһында баш ҡала ҡунаҡтары, район хакимиәте, йәмәғәтселек вәкилдәре, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Краснокама районы хакимиәте башлығы Рөстәм Марат улы Мусин әйтеүенсә, балалар баҡсаһы хәҙерге заман технологиялары буйынса төҙөлгән, кескәйҙәрҙең ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Башҡортостан Республикаһы капиталь төҙөлөш идаралығының төп белгесе Илдар Флүр улы Ғиндуллин балалар баҡсаһы мөдире Ләйсән Әҙип ҡыҙы Илалетдиноваға балалар баҡсаһының символик асҡысын тапшырҙы.