+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2020, 17:17

Йәнә бер крәҫтиән (фермер) хужалығы

“Агростартап” гранттары конкурсында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә Нәфис Нәсхетдинов үҫемлекселек өлкәһендә бизнес-проектын тормошҡа ашырҙы.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Агростартап” гранттары конкурсында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә Нәфис Нәсхетдинов үҫемлекселек өлкәһендә бизнес-проектын тормошҡа ашырҙы.
Нәфис Таһир улы крәҫтиән эшенең нескәлектәренә күптән төшөнөп бөткән. Өс-дүрт йыл инде мал аҙығы культуралары сәсә. Күптән түгел ул “Агростартап” гранттары конкурсында ҡатнашырға ҡарар итә. Унда проектын уңышлы яҡлап, 1 миллион 980 мең һумлыҡ грант ота. Был аҡсаға ауыл хужалығы техникаһы – трактор, пресс-йыйғыс, хужалыҡта кәрәкле башҡа ҡорамалдар һатып ала. Әле иһә яҙғы сәсеүгә әҙерләнә. Киләсәктә сәсеүлек майҙанын киңәйтергә ниәтләй.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда быйыл яңы эш башлаған 68 ауыл эшҡыуары 211,5 миллион һумлыҡ грант алған.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Читайте нас: