Гәзиттәрҙең тиражы нигеҙҙә почтальондарҙың үҙ эштәрен нисек башҡарыуына туранан-тура бәйләнгән. Үҙҙәре хеҙмәтләндергән ауылдар халҡын өйҙән-өйгә йөрөп, өгөтләп яҙҙырған хат ташыусылар подписка буйынса еткерелгән пландарҙы ғәҙәттә үтәй. Яратҡан баҫмаларын ваҡытында, теүәл алып уҡыған уҡыусылар киләһе осорға ла ваҡытлы матбуғатҡа яҙылмай ҡалмай.
Амангилде почта бүлексәһендә нәҡ шундай уңған, егәрле почтальондар эшләй ҙә инде. Бүлексә етәксеһе Гөлнара Солтанова әйтеүенсә, бөгөн район гәзите буйынса еткерелгән пландар теүәлләнгән. Киләһе ярты йыллыҡҡа Амангилде ауыл биләмәһе ауылдарына 243 «Осҡон», 13 «Абзелил» таратыласаҡ. Бынан тыш, был төбәк халҡы «Йәшлек», «Киске Өфө», «Башҡортостан ҡыҙы», «Шоңҡар», «Башҡортостан уҡытыусыһы» һәм башҡа баҫмаларға ла күпләп яҙылған.
— Йыл тамамланғансы, гәзит-журналдар һаны тағы ла артасаҡ, — тигән өмөттә почта бүлексәһе начальнигы.
Ҡаҙмаш, Рысҡужа ауылдары халҡын хеҙмәтләндергән Илүзә Бикҡужина иһә район почтальондары араһында Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге иғлан иткән бәйгелә еңеүсе тип табылды. Йөҙҙән ашыу дана район гәзитен яҙҙырған почта хеҙмәткәрен бүләкләү беҙҙә матур йолаға әүерелгән.
Тотош бүлексәнең планды үтәүенә индергән өлөштәре өсөн Амангилде, Үтәгән, Әбделғәзе ауылдарын хеҙмәтләндергән почтальондар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.
— Ауыр, әммә кәрәкле һәм яуаплы эшегеҙ өсөн «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәре коллективтары исеменән рәхмәт белдерәм. Артабан да халыҡ араһында ваҡытлы матбуғатты таратыуҙа әүҙемлек күрһәтеп, кешеләрҙең район, республика, ил, донъя яңылыҡтары менән хәбәрҙар булыуына үҙ өлөшөгөҙҙө индерерһегеҙ, тип ышанабыҙ, — тине район мәғлүмәт үҙәге директоры Вил Илһамов һәм уңған почта хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Район гәзиттәренә яҙылыу планын үтәгән бүлексә хеҙмәткәрҙәрен Амангилде ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Фәнзилә Моталова ла ҡотлап үтте, артабан да һынатмай намыҫлы эшләүҙәрен теләне.