+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2020, 17:40

Халыҡ иҫәбен алыу яңы форматта үтәсәк

Халыҡ иҫәбен алыу киләһе йылдың 1-30 апрель арауығында үтәсәк. Бынан алдағы иҫәп алыу ваҡытында иҫәп алыусы һәр кеше тураһында мәғлүмәт ҡағыҙҙағы бланкыларға тултырылһа, апрель айында үтәсәк иҫәп алыу ваҡытында иҫәп алыусы планшет-компьютер менән йөрөйәсәк һәм мәғлүмәттәр электрон бланкыларға индереләсәк.

Шулай итеп, апрелдә һеҙ йәшәгән өйгә йәки фатираға иҫәп алыусы киләсәк. Әгәр ҙә иҫәп алыусы килгәндә һеҙ өйҙә булмаһағыҙ, иҫәп алыусы почта йәшнигенә ҡабаттан киләсәге тураһында яҙма ҡалдырып китә.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тағы ла уңайлы юлы бар: һәр кеше үҙе һәм ғаилә ағзалары, торлағы тураһындағы мәғлүмәтте онлайн, интернет аша, дәүләт хеҙмәттәре порталындағы ВПН-2020 төркөмөндә ҡалдыра ала. Иҫәп алыуҙы уңышлы үтеү тураһында һәр кешегә һанлы код бирелә. Килгән иҫәп алыусыға һеҙ шул кодты ғына бирергә тейешһегеҙ.
Читайте нас: