+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2020, 10:15

Һаҡмарҙа ит етештереү цехы асылды

Баймаҡ районының Һаҡмар ауылында "Хәләл" стандарты буйынса ит эшкәртеү буйынса тағы бер цех асылды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Баймаҡ районының Һаҡмар ауылында "Хәләл" стандарты буйынса ит эшкәртеү буйынса тағы бер цех асылды. 2019 йылда фермер Илфат Сәфәрғәлин Һаҡмар ауылының шәхси хужалыҡтарын "Дуҫлыҡ" кооперативына берләштереп "Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау" программаһында ҡатнашты. Дәүләт ярҙамына кәрәкле ҡоролмалар һатып алып, ит етештереү цехын аса. Бөгөн цех 10 төрлө сифатлы ит продукцияһы етештерә. Бында 10 кешегә эш урыны булдырылған. "Хәләл" стандарты сертификатын "Хәләл индустрияһын үҫтереү үҙәге" етәксеһе Илнур Мөхәмәтйәнов тапшырҙы. Республикала 4 хужалыҡ ҡына бындай сертификаттарға эйә булһа, шуларҙың икәүһе - Баймаҡ районында, "Иген-Тау" (Баймаҡ ҡалаһы) һәм "Дуҫлыҡ" (Һаҡмар ауылы).
Яңы асылған цех сифатлы һәм хәләл иттән тефтел, котлет, билмән, манты кеүек ярымфабриканттар әҙерләй. Әйткәндәй, Баймаҡ районында ағымдағы йылда ике ит етештереү цехы асылды. Уларҙың береһе "Иген-тау" тураһында беҙ күптән таныштырып үткәйнек.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/a-mar-a-it-eteshtere-tsehi-asildi-607531/
Читайте нас: