Бөтә күрһәткестәр буйынса әлеге йылға ҡуйылған бурыстар үтәлеп, 106, 5 процентты тәшкил итә. Урмандарҙы тергеҙеү саралары ҡуйылған 14,2 мең гектар план урынына арттырып, 14, 9 мең гектарҙа башҡарылған. Йылайыр, Белорет, Ҡариҙел, Баймаҡ, Бөрйән райондарында, йәғни ҡайҙа урман әҙерләү көсөргәнешле алып барыла, шул яҡтарҙа урмандарҙы тергеҙеү эштәре ҙур күләмдә эшләнелгән. Бөтә ҡырҡылған һәм ҡороған урман үҫентеләре участкаларында урмандарҙы тергеҙеү өсөн 2,075 тонна орлоҡтар һаҡламы ла булдырылған.