+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2020, 12:18

Пенсия фондына — 30 йыл

Һөнәри байрамдары уңайынан идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов тәбрикләне.

1990 йылдың 22 декабрендә РСФСР Юғары Советы Президиумы илдә Пенсия фонды булдырыу тураһында ҡарар сығара. Ошо осорҙан башлап бөтә төбәктәрҙә яңы фондтың идаралыҡтары асыла, улар хаҡлы ялға сығыусылар, социаль пенсия алыусылар, пособиеға мохтаждар менән төплө эш башлай.
Районда был хеҙмәтте тәүге булып Флюр Фәттәхов етәкләй, артабан оҙаҡ йылдар был вазифала Әшираф Илһамов эшләй. 2010 йылдан алып, бөгөнгө көнгәсә Пенсия фонды идаралығы начальнигы вазифаһын тартҡан Сәләх Йомағужиндың ҡул аҫтында 19 кеше эшләй. Бүлек мөдирҙәре Гөлсөм Әминева, Әлсинә Әҡсәнова, Мәрйәм Сафиуллина, Гөлнара Харрасова эштең тотороҡло ойошторолоуын тәьмин итә.
Һөнәри байрамдары уңайынан идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов тәбрикләне.
Муниципаль район хакимиәте исеменән һеҙҙең татыу, берҙәм коллективты ҡотлайым, — тине Раян Баян улы. — Пенсия фонды күп йылдар дауамында мөһим социаль институт, социаль тәьминәт өлкәһендә ҙур федераль системаларҙың береһе һанала. Мәшәҡәтле эште теүәл, урын-еренә еткереп башҡарыуығыҙ менән пенсия системаһының һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итәһегеҙ.
Ошо тармаҡта оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән хеҙмәткәрҙәр — бүлек мөдире Гөлсөм Әминева һәм белгес Нәсимә Хәсәноваға муниципаль район хакимиәтенең почет грамоталарын, автоматизация буйынса белгес Илнар Фәхретдинов менән водитель Фәнил Харисовҡа рәхмәт хаттарын тапшырҙы Р. Б. Фәттәхов.
Идаралыҡ начальнигы Сәләх Салауат улы коллективҡа Рәсәй һәм Башҡортостан Пенсия фонды рәйестәренең ҡотлау сәләмдәрен еткереп, социаль әһәмиәтле хеҙмәтте фиҙаҡәр башҡарыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Әлиә МУСИНА.
Читайте нас: