-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Декабрь 2020, 19:00

Сығымдар ике тапҡырға кәмей

Халыҡ иҫәбен һанлы форматта алыу Рәсәйгә сығымдарҙы ике тапҡырға кәметергә мөмкинлек бирә.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыҙы ғәҙәттәгесә үткәргәндә ул Рәсәйгә 60 млрд. һумға төшөр ине, ә һанлы иҫәп алыу хаҡы 32 млрд һум тәшкил итәсәк, тип белдерҙе, Росстат етәксеһе Павел Малков. Уның әйтеүенсә, сығымдарҙың 60 процентҡа яҡыны — иҫәп алыуҙа эшләгәндәргә эш хаҡы түләүгә китә, 30 проценты информацион технологияларға тотонола.Онлайн форматта һәм иҫәп алыуҙа планшеттар файҙаланыу һөҙөмтәһендә иҫәп алыусылар һаны кәметелгән.
Халыҡ иҫәбен алыу киләһе йылдың 1-30 апрель арауығында үтәсәк. Иҫәп алыу ваҡытында иҫәп алыусы планшет-компьютер менән йөрөйәсәк һәм мәғлүмәттәр электрон бланкыларға индереләсәк.Шулай уҡ һәр кеше үҙе һәм ғаилә ағзалары, торлағы тураһындағы мәғлүмәтте онлайн, интернет аша, дәүләт хеҙмәттәре порталындағы ВПН-2020 төркөмөндә ҡалдыра ала.
Читайте нас: