Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған сара Асҡарҙа йылдағыса гөрләп үтте.
Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, үҙәк майҙан ҡырмыҫҡа иләүендәй ҡайнап торҙо. Сәхнәлә байрам уңайынан сағыу тамаша ҡоролдо. Көн һыуыҡ тип тормай, мәҙәниәтселәр һәм һәүәҫкәр артистар әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт байрам кәйефен күтәрҙе. Дәртле йыр-моң ритмдары аҫтында халыҡ бер ыңғайы ҙур йомошон теүәлләне — ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһенән кәрәкле әйберҙәрен һатып алды. Хужалыҡтарҙың, фермерҙарҙың ылау-ылау булып теҙелгән машиналарының туп-тулы итеп тейәлгән ауыр йөгө күҙ асып йомған арала бүҫкәрҙе. Айырыуса ем, йәшелсә үтемле булды. Тупаҡтарҙың кәбеҫтә-һу-ғаны сиратта тороусыларға етмәй ҙә ҡал-ды хатта. Амангилде мәктәбе лә бай уңыш үҫтереп алған быйыл. Бесән-һаламға ла ихтыяж булды. Шәхси хужалыҡтар ит һәм һөт ризыҡтарын тәҡдим итте. Иттең ниндәйе генә һатылманы — ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ, кәзә-һарыҡ, эре малдыҡы. Балдың да төрлөһө менән кәсеп иттеләр. Миҙгеленә күрә быйма, шәл, йөн ойоҡ-бейәләйҙәр баҙары ла гөрләп торҙо.
Сараға йыйылыусыларҙы Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов, Асҡар ауыл биләмәһе башлығы И. Ф. Малыбаев тәбрикләне. Йәш ғаиләләргә социаль түләм таныҡлыҡтары һәм бала саҡта етем ҡалып, бөгөн үҙ аллы тормош башлаусы йәштәргә фатир асҡыстары тапшырыу тантанаға уғата йылылыҡ өҫтәне. Йән биргәнгә — йүн биргән тигәндәй, йорт төҙөү йәки һатып алыу маҡсатында ҙур бурысҡа ингән, шулай булыуға ҡарамаҫтан, нәҫелдәрен ишәйтеүгә батырсылыҡ иткән ғаиләләләр — Айгүзәл һәм Фәнис Нафиҡовтар, Рәйлә һәм Айнур Кәримовтар, Ғәлиә һәм Байрас Сәлмәновтар ба-ла тыуыу уңайынан быға тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға алған кредит бурысының бер өлөшөн ҡаплауға хөкүмәт ярҙамы бирелеүенә оло ҡыуаныс кисерҙе. Етем балаларға инселәп Дауыт ауылында төҙөлгән күп фатирлы социаль йорттан асҡыстар «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы тренеры Артур Дадакинға, табип-терапевт Эльвира Ҡыҙрасоваға, йәш әсәй Әлиә Низамо-ваға һәм шулай уҡ үҙ ғаиләһен ҡороп, атай булған Самат Вәлиевҡа тапшырылды. «Фатирҙарығыҙ ҡотло, ғаиләләрегеҙ имен-һау булһын», — тип Рим Һатыбал улы йәштәргә фатихаһын бирҙе.