Киләһе ярты йыллыҡҡа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланғас та, Ишҡол урта мәктәбендә булып киткәйнек. Директор А. Р. Махийәнов: «Беҙҙең педколлектив йыл да «Осҡон»һоҙ ҡалғаны юҡ, район гәзитен алдырыу уҡытыусылар өсөн мотлаҡ һанала», — тип ышандырҙы. Ошо осрашыуҙан күп ваҡыт та үтмәне, гәзит-журналдарға яҙылыу өсөн яуаплы булған китапханасы Дания Вәлиева шылтыратып: «Беҙ бөтә коллектив менән «районка»ға яҙылдыҡ!» — тип һөйөнсөләне.
Вәғәҙә — иман, тип беҙ ҙә һүҙебеҙҙе үтәп, Ишҡол урта мәктәбе коллективын фотоға төшөрөү өсөн юлға сыҡтыҡ. Фотоһүрәттә уҡытыусылар араһында аҡ халатлы ҡатындарҙы күреп һис аптырамағыҙ: белем усағында эшләүсе барыһы ла, тимәк, 25 педагогтан тыш, ашнаҡсылар ҙа, водителдәр ҙә, «Осҡон»ға киләһе ярты йыллыҡҡа квитанция тултырған.
— Аҙна һайын иртәнге кәңәшмәлә гәзиткә яҙылыу барышы хаҡында отчет бирәм, — тип һөйләй 32 йыл подписка мәсьәләһен контролдә тотоусы Дания Әхмәҙи ҡыҙы. — Яҙылмағандар араһында кемдең исеме яңғырай, ул да аҙна үтеүгә квитанция тултырып ҡуя. Уҡытыусыларҙың күпселеге ташламалы хаҡ менән яҙылыу декаднигы барышында яҙылып ҡала.
Йыл һайын күп һанлы баҫма алдырыусыларҙы ла маҡтап телгә алды китапханасы. Мәҫәлән, Азамат Аҫылғужин, Айһылыу Мөхәмәтдинова — 8, Фатима һәм Азат Махийәновтар — 10, Динара Әбүзәрова — 9, Венер Боҫҡонов һәм Зарема Әбдрәхимова — 7 баҫма алдырасаҡ. Шулай уҡ Ишҡол мәктәбе филиалдары ла матбуғатҡа яҙылыуҙан ситтә ҡалмай, Лилиә Рәхмәтуллина (Тәпән) — 7, Гүзәл Йәмилхина (Исҡужа) 9 гәзит-журналға яҙылған. Район гәзите «Осҡон»дан тыш һәр педагогтың йортона «Башҡортостан уҡытыусыһы» киләсәк.
— Үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙы, ошо мәктәпте тамамлаған Гөлназ Ҡотоеваға ла ярҙам итәйек, тип, ул мөхәррирлек иткән «Башҡортостан ҡыҙы» журналын да алдырабыҙ, — тип дауам итә үҙе лә биш баҫмаға яҙылған Д. Ә. Вәлиева.
Социаль селтәрҙәрҙә, халыҡ араһында «Район гәзите ололар, хаҡлы ялдағылар өсөн генә инде» тигән фекерҙе лә ишетергә мөмкин, әммә ишҡолдар бының киреһен иҫбатлай. Уҡытыусылар араһында йәштәр байтаҡ һәм улар, мәҫәлән, Илгизә Арсланбаева, Дилә Йәмилхина, Ләлә Тимерйәнова, Гүзәлиә Махийәнова «Осҡон»до йыл һайын алдырабыҙ, уҡыйбыҙ, эшебеҙҙә файҙаланабыҙ, ти. Әйткәндәй, педагогтарға дәрестә файҙаланыуға материал табыуы еңелерәк булһын өсөн Дания Әхмәҙи ҡыҙы бай мәғлүмәтле, тарихи, ҡыҙыҡлы мәҡәләләрҙе айырым папка итеп туплап бара.
13 ноябрҙән мәктәптә матбуғатҡа яҙылыу аҙналығы башланған. Был осорҙа иһә кластар араһында «Бөтә класс менән республика баҫмаһына» тигән акция сиктәрендә конкурс уҙғарыла. Бәләкәйерәк кластар «Йәншишмә», «Аҡбуҙат» кеүек баҫмаларға яҙылһа, өлкәндәре «Аманат» һәм «Йәшлек»те дәррәү алдыра. Еңеүселәргә торт менән сәй эсеү ойошторола. Ғөмүмән, балаларҙа кесе йәштән башҡорт телендәге баҫмаларға ҡыҙыҡһыныу уятыла. Был йүнәлештә класс етәкселәре А. Мөхәмәтдинова, Д. Әбүзәрова, Г. Махийәнова, С. Зәйнитдинова, Л. Тимерйәнова, З. Баһаува, З. Ҡаһарманова, Ф. Ма-хийәнова, З. Әбдрәхимова, директор урынбаҫары Ф. Әсәҙуллина тырышып эшләй.
«Почтальоныбыҙ Айгөл Баймырҙинанан айырыуса уңдыҡ, — ти уҡытыусылар. — Матбуғатҡа яҙылыу барышында ул аҙна һайын каталог тотоп мәктәпкә килә, баҫмаларға реклама яһай. Гәзит-журналдарҙы ла ул ниндәй генә һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, көнөндә үк йүгереп йөрөп таратып сыға. Һәр кемгә итәғәтле, ихлас эшләгән почтальоныбыҙ булғанда гәзиткә яҙылмайса сара юҡ».
Төрлө йылдарҙа «Иң белемле мәктәп», «Иң яҡшы мәктәп яны участкаһы», «Иң матур мәктәп» номинацияларында еңеп сыҡҡан, Рәсәй Мәғариф министрлығы дипломына лайыҡ булған һәм, әлбиттә, «Осҡон» менән бергә ҡалған Ишҡол мәктәбе уҡытыусыларына ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткереп, эштәрендә уңыштар теләп, Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге директоры В. Ә. Илһамов коллективҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.