10 ғинуарҙа Өфөлә һәм республика район һәм ҡалаларында “Милли кухня көнө” тип исемләнгән кулинария флешмобы ойошторола. Сараны Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, республиканың Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы үткәрә.
“Акция туҡланыу, ҡаҙаныштарҙы, алдынғы тәжрибәне күрһәтеү өсөн уҙғарыла. Уға теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн социаль селтәрҙә #БлюдоНовогоднегоСтола хэштэгы менән яратҡан Яңы йыл аш-һыуы рецебын ҡуйырға кәрәк”, – тип аңлатты Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Яңы йыл флешмобында Өфөләге билдәле ресторандарҙың шеф-ашнаҡсылары ла ҡатнаша. Көн буйы улар социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яратҡан блюдоларын ҡуясаҡ. Һеҙ ҙә милли аш-һыу әҙерләргә яратһағыҙ, ошо сарала ҡатнашығыҙ.
Әйткәндәй, милли аш-һыуҙарыбыҙ – милли мәҙәниәтебеҙҙең ҙур тарихи юл үткән, киң танылыу яулаған өлөшө ул. Этнографтар ҙа һәр халыҡты өйрәнгәндә уның кухняһынан башлай, сөнки унда үткәнебеҙ, көнкүрешебеҙ һәм башҡа сифаттарыбыҙ, рухи ҡиммәттәребеҙ сағыла. Ә уларҙы һаҡлау, киләһе быуындарға тапшырыу – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проектының төп маҡсаттарының береһе.