+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ғинуар 2021, 23:10

Шыршы янында байрам

Райондың төп шыршыһы янында бөгөн балалар өсөн асыҡ һауала ҡышҡы уйындар үткәрелде.

Райондың төп шыршыһы янында бөгөн балалар өсөн асыҡ һауала ҡышҡы уйындар үткәрелде. Район мәҙәни-ял үҙәге артистары ҡуйған тамаша шыршы майҙанына йыйылған балалар күңеленә хуш килде. Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай һәм әкиәт геройҙары - ҡарбабай Олаф, үгеҙ Фердинанд, кәзә Лупе, терпеләр - Уна, Дос, Кватро, сит планета кешеләре менән уйнап-бейеп күңел астылар. Ҡыш бабай серле тоғонан тәмлекәстәр таратты.
Читайте нас: