+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ғинуар 2021, 14:16

Үткән йылда Башҡортостандан нисә кеше күсенгән

Башстаттың 2020 йылдағы миграция буйынса мәғлүмәте билдәле булды. Шулай итеп, үткән йылда Башҡортостандан Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә 103 253 кеше күсенгән, был 2019 йыл менән сағыштырғанда 18 091 кешегә күберәк.

Башстаттың 2020 йылдағы миграция буйынса мәғлүмәте билдәле булды.
Шулай итеп, үткән йылда Башҡортостандан Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә 103 253 кеше күсенгән, был 2019 йыл менән сағыштырғанда 18 091 кешегә күберәк. Әммә ошо уҡ 2020 йылда беҙҙең республикаға 101 213 кеше килгән, 2019 йылда күсеп килеүселәр һаны күберәк, 117 128 кеше булған.
2020 йылда Башҡортостандан элекке союздаш республика булған Азербайджанға 372 кеше күсә, Әрмәнстанға 485, Беларусияға 19, Грузияға 15, Ҡаҙағыстанға 666, Ҡырғыҙстанға 115, Молдова республикаһына 53, Тажикстанға 1281, Төркмәнстанға 31, Үзбәкстанға 1686, Украинаға 492 кеше күсенгән. Башҡа сит илдәрҙе 5924 кеше һайлаған, күптәре Вьетнамға күсенгән, 372 кеше, Германияға 39, Израилгә 3, Төркиәгә 33 күскән. 2019 йылда сит илде 6223 республика кешеһе һайлаған булған.
Читайте нас: