Төп шыршы янында Яңы йыл байрамы дауам итә. Олоһо ла, кесеһе лә шыршы майҙанында. Ата-әсәләр кескәйҙәре менән конькиҙа шыуа. Ике һырғалаҡтан да кеше һис өҙөлмәй. Шыршы янында бигерәк күңелле. Бөгөнгө "Йондоҙҙар менән бейеү" сараһында Яңы йыл персонаждары һәм әкиәт геройҙары менән бергә заманса дәртле ритмдарға баҫыу хатта бит остарын семеткән һыуыҡ хаҡында онотторҙо. Ысынлап та, шыршы янында эҫе ине.