Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2021, 16:39

Пенсионерҙар өсөн йәшәү минимумы дәүмәле артты

Башҡортостанда пенсионерҙар өсөн йәшәү минимумы дәүмәле 956 һумға артты.#ВладимирПутин

Башҡортостанда пенсионерҙар өсөн йәшәү минимумы дәүмәле 956 һумға артты. Хәҙер ул 8 649 һум урынына 9 605 һум тәшкил итә. Республика Башлығы тейешле законға ҡул ҡуйған. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Пенсионерҙарға йәшәү минимумы пенсияға социаль өҫтәмә түләү билдәләү өсөн ҡулланыла. Уға пенсияһының күләме төбәктә пенсионер өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк тәшкил иткән эшләмәгән пенсионерҙар иҫәп тоторға хоҡуҡлы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, пенсияға социаль өҫтәмә күләме пенсионерҙың йәшәү минимумы дәүмәле һәм социаль ярҙам саралары менән бергә пенсия күләме айырмаһынан сығып иҫәпләнә.
Закон 2021 йылдың 1 ғинуарынан барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡағыла.
Читайте нас в