-3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2021, 12:29

Һеҙҙең эш — күңел талабы

Район ҡатын-ҡыҙҙар советы үткән йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны.

Кәңәшмәлә ауыл биләмәләре ҡатын-ҡыҙҙары советтары рәйестәренән тыш, район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов та ҡатнашты.
— Йыл дауамында ауылдарҙың йөҙөн матурайтыу, халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү йүнәлешендә һөҙөмтәле эштәр башҡарҙығыҙ, пандемия шарттарында ла маҡсатлы эш туҡталманы — онлайн форматта бәйгеләр барҙы, «Сәләмәт ауыл» һәм «Айыҡ ауыл» район конкурстары юғары кимәлдә уҙҙы, — тине үҙ сығышында Раян Баян улы. — Сараларҙың ойошҡанлы үтеүендә, һис шикһеҙ, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын ун йылдан ашыу намыҫлы тартҡан Линиза Сәғәҙиеваның роле ҙур булды. Бөгөн ул, үҙ теләге менән, етәкселекте ҡалдырып, ойошма эшен әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙың берәйһенә тапшырырға ниәт итте. Батырға ла ял кәрәк, тигәндән сығып, беҙ уның теләгенә ҡаршы килә алманыҡ. Һеҙҙең эш — ул күңел талабы, халыҡ өсөн янып йәшәү өсөн юғары белемле булыу ҙа кәрәкмәй, бары тик оло йөрәкле, киң күңелле, илһөйәр булыу шарт. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә ошо сифаттарға эйә гүзәл заттар.
Линиза Камил ҡыҙы былтыр ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы тарафынан алып барылған эштәр тураһында доклад менән сығыш яһап, коллегаларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
— 2010 йылдың май айынан ойошманы етәкләүҙе миңә ышанып тапшырҙылар һәм ошо дәүерҙә Әбйәлилдә тотороҡло эшләгән, ғаилә ҡиммәттәрен, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауҙы, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеүҙе, сәләмәт тормошто пропагандалауҙы алғы планға ҡуйған татыу, дөргөн совет формалашты, — тип һөйләне ул. — Әлмөхәмәт, Таштимер, Байым, Амангилде, Хәлил, Йәнгел, Дәүләт, Гусев, Асҡар, Буранғол, Ҡырҙас, Красная Башкирия һәм башҡа ауыл биләмәләрендә эш яҡшы барҙы. Уларҙа ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары семинарҙары үтте, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансыҡтары булдырылды. Имен булмаған ғаиләләргә ярҙам итеү төп маҡсатҡа әйләнде. Был йүнәлештә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия, эске эштәр бүлеге, йәштәр-үҫмерҙәр клубы менән берлектәге эш һөҙөмтәле булды. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы составында Рәзинә Әғзәмова, Нәдилә Фәттәхова, Фәриҙә Әхмәтова, Гөлдәр Рәхимова, Элиза Ҡунафина, Рәмилә Лотфуллинаның нәтижәле хеҙмәтен билдәләп үтер инем. «Йөрәк йылыһын һәм күңел яҡтылығын бүләк итеп» тигән баҫма сығарыуыбыҙҙы эшебеҙҙең төп һөҙөмтәһе тиергә мөмкин.
Ватанды һаҡлаусылар көнө, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө, Әсәләр көнө, Балаларҙы яҡлау көнө һәм башҡа иҫтәлекле даталар, һабантуйҙар, ауылдаштар осрашыуҙары, шәжәрә байрамдары ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары ағзалары ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Улар — ойоштороусы ла, бағымсы ла, тәрбиәсе лә... Беҙҙең башланғыс менән районда «Минең атайым — иң яҡшыһы» конкурсы, «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» осрашыуҙары йолаға әүерелде, «Дармарка» акцияһы киң танылыу тапты. Һуңғы йылдарҙа мәрхәмәтлелек акцияһына эшҡыуарҙар һиҙелерлек өлөш индерҙе. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары янғындан зыян күреүселәргә, башҡа төрлө ауыр хәлгә ҡалыусыларға ла тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙҙы. Әүҙем йәмәғәтсе, яҡшы әсә булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалдарына лайыҡ булыуы ҡыуаныслы.
Район башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «Сәләмәт ауыл» һәм «Айыҡ ауыл» бәйгеләре бик күп халыҡты йәлеп итеп, райондың социаль, мәҙәни үҫешенә тос өлөш индерҙе. Еңеүсе ауылдар үҙҙәрен республика кимәлендә лә һынаны. «Сәләмәт ауыл» конкурсы быйыл беренсе тапҡыр Президент гранты сиктәрендә уҙғарылып, ҡатнашыусылар шәп бүләктәр алып ҡыуанды. Һәр эшебеҙ, һәр уҙғарған сарабыҙ район гәзиттәре биттәрендә сағылыш тапты.
Әлбиттә, етешһеҙлектәр ҙә бар: үҫмерҙәр тарафынан хоҡуҡ боҙоу, эскән ҡатын-ҡыҙҙарҙы айыҡлыҡҡа өндәү йүнәлешендә башҡараһы эштәр етерлек әле. Был юҫыҡта оло йөрәкле гүзәл заттар, ағинәйҙәр ең һыҙғанып тырышыр, тип ышанам.
Артабан Л. К. Сәғәҙиева ойошма эшендә әүҙемлек күрһәткән Нәдилә Фәттәхова, Венера Мансурова, Әлфиә Йәрмөхәмәтова, Айһылыу Мөхәмәтдинова, Шәрифә Иҙрисова, Дилә Ғәлимова, Әнисә Арғынбаева, Роза Хәйруллина, Мәғмүрә Хәсәнова, Венера Ғәбитова һәм Гөлниса Ниғмәтуллинаға советтың почет грамоталарын, бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
2021 йылға район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары итеп бер тауыштан Миңһылыу Ильясова, Рәзинә Әғзәмова, Фәнилә Ноғоманова, Әҡлимә Рәжәпова, Рәғиҙә Сафина, Әлфиә Фәррәхова, Сәғиҙә Сафина, Нәдилә Фәттәхова, Гөлсөм Хәкимова, Илүзә Шәйәхмәтова һайланды. Улар араһынан берәүһе район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп тәғәйенләнәсәк.
Читайте нас: