+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2021, 11:20

2020 йылда өйләнешеү һәм айырылышыу статистика мәғлүмәте билдәле булды

Үткән йыл коронавирус инфекцияһы кешеләр тормошоноң барлыҡ өлкәһенә ҙур тәьҫир яһаны.#национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Үткән йыл коронавирус инфекцияһы кешеләр тормошоноң барлыҡ өлкәһенә ҙур тәьҫир яһаны. Шул уҡ илдең демография милли проекты үтәлешендә лә ҡатмарлыҡтар килеп тыуҙы. Ни өсөн тигәндә, демографияның нигеҙе булғаны, йәштәр араһында никах теркәүселәр кәмегән, күптәре тормош ҡороуҙы кисектергәндәр тип уйларға ҡала. Башҡортостанда 2020 йылдың 9 айында 14 854 никах теркәлгән, йәки 2019 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 4166 осраҡҡа кәм булған. Был хаҡта республиканың юстиция буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле брифинг ваҡытында белдерҙе. Ыңғай яңылыҡта бар, айырылышыуҙар һаны кәмегән, 2020 йылда 10361 осраҡ булһа, 2019 йылда 11361 осраҡ теркәлгән. Йәғни 1045 осраҡҡа кәмерәк.
Читайте нас: