Ишле ғаиләләргә һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер участкалары 2011 йылдан бирелә башланы, бөгөнгә 44 меңдән ашыу ер участкаһы бүленгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда «Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан законына индерелгән үҙгәрештәр ишле, шулай уҡ бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, бушлай ер алыу өсөн иҫәптә торғандарға һайлау – бер тапҡыр түләнә торған 250 мең һум аҡса йәки ер участкаһы алыу мөмкинлеге бирҙе.