+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2021, 13:30

Байрам конкурстарына йомғаҡ яһалды

Байрам осоронда район хакимиәте бер нисә онлайн бәйге ойоштороп, әбйәлилдәрҙең иғтибарын йәлеп итте, оҫталығын, ижади фантазияһын эшкә екте, сәмен ҡуҙғатты.

Онлайн конкурстар йәшәйешебеҙгә ныҡлап тамыр йәйә бара. Ни тиһәңдә, һанлы технологиялар дәүерендә йәшәйбеҙ, икенсенән, пандемия ла ошо форматҡа ҡалыплашырға мәжбүр итә. Байрам осоронда район хакимиәте бер нисә онлайн бәйге ойоштороп, әбйәлилдәрҙең иғтибарын йәлеп итте, оҫталығын, ижади фантазияһын эшкә екте, сәмен ҡуҙғатты. Интернет конкурстарҙың еңеүселәрен тауыш биреү — «лайыҡ»тар ҡуйыу юлы менән халыҡ үҙе билдәләне. Ә бүләктәр, вәғәҙә ителгәнсә, район хакимиәтенән булды. Иҫке Яңы йыл көнөндә район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов еңеүселәрҙе тәбрикләне.
Һәр ихатаға боҙ ҡаласығы
Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе лә ихатаға алып сығыу, берҙәмләштереү, әүҙемләштереү маҡсатында улар араһында иғлан ителгән иң яҡшы боҙ ҡаласығына конкурсты Йәнгел, Красная Башкирия ауыл биләмәләре һәм «Урал» торлаҡ-коммуналь хужалығы күтәреп алды. Башҡа урындарҙа был бәйгегә әһәмиәт бирмәнеләр. Уйлап ҡараһаң, һәр кварталда боҙ ҡаласығы булдырыу ҡулдан килмәҫтәй ауыр эш түгел. Ошонда йәшәүселәрҙең балалары уйнап рәхәтләнер ине. Конкурс тәүгә ойошторолғанға, ҡатнашыусылар әҙ булғандыр, киләһе йылдарҙа ҡушылыусылар күбәйер, тигән өмөт бар. Сөнки район хакимиәтенең бүләктәре быға ылыҡтырырлыҡ. «Иң яҡшы ихата боҙ ҡаласығы» конкурсында беренсе урынға лайыҡ булыусы йәнгелдәргә 20 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Икенсе-өсөнсө урындар сиҙәмдәргә (10 мең һум) һәм Красная Башкирия ауылының күп фатирлы йорттар ихатаһында йәшәүселәргә (5 мең һум) бирелде.
Тышта 30 градустан түбән зәһәр һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, бүләкләү тантанаһына Сиҙәмдән килеп еткән «Урал» торлаҡ-коммуналь хужалығы директоры Р. Ғ. Һиҙиәтов менән әңгәмәләшергә өлгөрҙөк.
— Халыҡты ҡыбырлатыуы ауырыраҡ. Эш башлыса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре иңенә ятты. Ҡаҙанлыҡ мөдире Гүзәл Уразбахтинаның әүҙем ойоштороусанлығы арҡаһында С. Истамғәлин урамы буйынса 2-се һәм 3-сө йорттар ихатаһында тиҙ арала бынамын тигән ҡаласыҡ ҡалҡып сыҡты. Гүзәл Марат ҡыҙы үҙе лә ошо кварталда йәшәй, — тине ул.
Рәсүл Ғаяз улы нисек боҙ әҙерләүҙәренең сере менән дә бүлеште. Тәбиғи һыу ятҡылығынан боҙҙо ҡырҡыуы еңелерәктер ҙә, ләкин уның өсөн махсус инструменттар кәрәк. Ә уралдар үҙ яйын тапҡан: магазиндарҙан ҡағыҙ йәшниктәр алып, шунда һыу ҡойоп туңдырған. Әмәл бит! Бәлки, кемгәлер киләсәктә кәрәге тейер.
«Иң яҡшы Ҡарбабай» — Ҡаҙмашта
«Иң яҡшы Ҡарбабай» конкурсының шарттары уғата ябай — ҡарбабай әүәләргә, уны фотоға төшөрөп, «Бәйләнештә», «Инстаграмм» социаль селтәрҙәренә хештег менән урынлаштырырға кәрәк ине. Конкурс арабыҙҙа иҫ киткес бай фантазиялы, уңған оҫталар булыуын дәлилләне. Һәм еңеүселәрҙе билдәләү буйынса тауыш биреү ҙә ныҡ ҡыҙыу барҙы. Иң күп «лайыҡ» йыйып, Ҡаҙмаштан Сулпан Тахаува, Йәнгелдән Ринат Әбсәләмов һәм Амангилденән Дәүләт Ҡадиров призлы урындарҙы бүлеште. Уларға район хакимиәтенең дипломы һәм, ярашлы рәүештә, «Форвард» магазинына 3, 2, 1 мең һумлыҡ бүләк сертификаттары тапшырылды.
Ҡарама беләккә — ҡара йөрәккә, тип белмәй әйтмәгән халҡыбыҙ. Нескә буйлы Сулпанда дәрт-дарман да, оҫталыҡ та, ҡышҡы һыуыҡҡа бирешмәҫ түҙемлек тә артығы менән. Уның милли кейемдәге ҡарбабайы интернет-ҡулланыусыларҙың һөйөүен яуланы. Ул мөләйем, көләкәс, башына биҙрә урынына ҡамсат бүрек кейгән, бәрхәт кәзәкейе лә сатлама һыуыҡтарға бирештермәҫ йылы ғына. Ҡулында иһә бер ҙә һепертке түгел, ә ысын ҡурай! Яңы йыл «ҡунағын» Сулпан үҙҙәренең ихатаһына әүәләп ултыртҡан.
— Яңы йыл байрамын ғаиләбеҙ менән көтөп алабыҙ. Йортобоҙҙо матур итеп биҙәйбеҙ, йыл һайын урамыбыҙҙа боҙ ҡаласығы төҙөүҙә ҡатнашабыҙ, һындар әүәләйбеҙ. Урам менән беренсе урын да алғаныбыҙ булды. Маскарадта ҡатнашмайынса ҡалмайым, кейем әҙерләүгә ижади ҡарайым. Был юлы ла маскарадҡа кейем тегеү байтаҡ ваҡытымды алды, өҫтәүенә бәләкәй бала менән ултырғас, бик теләһәм дә, «Ҡарбабай» конкурсына өлгөрә алмаҫымды самалап, ҡул һелтәнем. Маскарадта клуб мөдиребеҙ Гөлнәфис апай: «Һин булдыраһың», — тип дәртләндереп ҡайтарғас, тағы ла тотонорға булып киттем. 1 ғинуар иптәшем ҡарҙы тоҡтарға тултырып бирҙе. Иртәгәһенә һыу менән ҡатнаштырып болғап епшек масса эшләп алдым да, шуның менән лысма һыу булып, ҡарбабай әүәләнем. Бер ҡыйынлығы ла булманы — рәхәтләнеп, теләп эшләнем, иптәшем балалар менән өйҙә ултырҙы, һыуыҡ та ҡурҡытманы. Өсөнсө көн сығып буяным һәм ҡарбабайым конкурсҡа әҙер ҙә ине, — тип һөйләй еңеүсе. — Йәнгелдәр сәмләндерҙе, тауыш биреү ваҡытында бер ҡулда телефон, икенсеһендә бала менән ултырҙым. Барлыҡ туғандар, дуҫтар, таныштар һәм таныш булмағандар ҙа минең менән ҡуша янып-көйҙө, бөтәһенә лә ҙур рәхмәт!
Тахаувтар быйыл йорт биҙәү буйынса ла Ҡаҙмаш ауылы буйынса гран-при яулаған. Уларҙың ҡапҡа алдында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, сысҡан Микки маус һәм йыл хужаһы үгеҙ ҡаршылай (һүрәттә). Кискеһен иһә Яңы йыл уттары ҡабына, өйҙәре әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Ә тәҙрәләрҙәге семәрҙәр...
— «Ҡыш бабай» семәрҙәре конкурсына өс көн ҡағыҙға күмелеп ултырып, алты тәҙрәбеҙҙе лә биҙәнек. Әлбиттә, балалар менән бергә — береһе ҡырҡа, икенсеһе бөкләй, бәләкәйе туҙҙыра, — тип көлә Сулпан. — Ғөмүмән, ошондай сараларҙа ҡатнашырға бер ҙә йыбанмайым, ваҡытымды ла йәлләмәйем, дәртләнеп алға ынтылам. Һүрәт төшөрөү, тегенеү, нимәлер ижад итеү һәләттәре мине бала саҡтан, мәктәп йылдарынан оҙата килә. Ҡорама ҡорарға, бәйләргә яратам.
Оҫта ҡуллы килендән уңған ҡаҙмаштар. Ҡырҙас ауылы ҡыҙы 2010 йылда бында килен булып төшкән. Тормош иптәше Әхмәт Әхәт улы менән өс бала үҫтерәләр: Сынбулат 2-се класта уҡый, Айнагөлгә — 6, Миңлегөлгә 1,7 йәш кенә.
Бер ҡарбабай арҡаһында бына ошондай күркәм, ижади ҡарашлы, үҙҙәренә генә түгел, башҡаларға байрам кәйефе бүләк иткән ғаилә барлығы хаҡында хәбәрҙар булдыҡ. Рәхмәт, ҡурайсы башҡорт ҡарбабайына!
Барығыҙ ҙа өмәгә!
«Әбйәлилдәр, әйҙәгеҙ Яңы йыл өмәһенә! Яңы йылды таҙа ихата, урамдар менән ҡаршы алайыҡ!» — тип декабрь аҙағында район хакимиәте үҙенең төркөмөндә тағы бер саҡырыу ташланы. «Өмә» конкурсында ҡатнашыу өсөн ихаталарҙы һәм урамдарҙы ҡарҙан, сүп-сарҙан таҙартыуҙы ойошторорға һәм эш барышын фотоға төшөрөп, #ӨМӘАбзелил хештегы аҫтында социаль селтәрҙәргә һалыу зарур ине. Бары шул ғына. Ләкин, әллә байрам шауҡымы аҫтында, өмәгә сығыусылар булманы. Булған хәлдә лә конкурсҡа ҡушылырға теләүселәр табылманы. Ней ҡары ла конкурс үткәс кенә яуҙы. Бары М. М. Сәйетғәлин етәкселегендәге Байым күп функциялы мәҙәни-ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре генә акцияны күтәреп алды һәм бүләк сертификатына ла улар лайыҡ булды.
Читайте нас: