+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2021, 13:00

“Сифатлы үҫеш тәьмин итергә кәрәк”

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Рәсәй һәм донъя пандемиянан һуң” XII Гайдар форумында ҡатнашыусыларҙы, ойоштороусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне, уның темаһы айырыуса актуаль һәм кәрәкле, тип билдәләп үтте.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Рәсәй һәм донъя пандемиянан һуң” XII Гайдар форумында ҡатнашыусыларҙы, ойоштороусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне, уның темаһы айырыуса актуаль һәм кәрәкле, тип билдәләп үтте.
- Уҙған йылда беҙҙең ил һәм бөтә донъя коронавирус эпидемияһы менән осрашты. Ул кешеләр тормошо һәм именлеге өсөн етди хәүеф, милли иҡтисад һәм күп кенә төп тармаҡтар – һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, хеҙмәт күрһәтеү өлкәләре өсөн ошоғаса күрелмәгән һынау булды.
Бөгөн беҙгә проблемаларҙан һаҡланырға, хеҙмәт активлығын һәм хеҙмәт баҙарын тергеҙеү өҫтөндә эшләргә генә түгел, ә бөтә йүнәлештәр буйынса сифатлы үҫеш тәьмин итергә кәрәк, шул иҫәптән халыҡтың табышын арттырыу, инфраструктура һәм экологик бурыстарҙы хәл итеү, бөтә өлкәләргә һанлы технологиялар индереү. Шуға күрә “Рәсәй һәм донъя пандемиянан һуң” форумы темаһы актуаль тип иҫәпләйем, - тине Владимир Путин.
Президент билдәләүенсә, форум һәр ваҡыт һәйбәт аудитория йыя, Рәсәй һәм башҡа илдәр өсөн мөһим проблемаларҙы эксперттар менән берлектә хәл итергә мөмкинлек бирә.
Читайте нас: