Мобиль ҡушымтаның яңыртылған вариантының тағы бер үҙенсәлеге – ғаризаны үҙаллы яҙыу талап ителмәй. Ҡушымтала заявканы формалаштырыу, эшҡыуарлыҡ төрҙәрен тиҙ эҙләү механизмы, шулай уҡ махсус һалым режимына күсеү мөмкинлеге бар.
Шәхси эшҡыуарға шәхси кабинетҡа теркәлеү һәм унан файҙаланыу мөмкинлеге өсөн теркәгән һалым органына бер тапҡыр барырға кәрәк буласаҡ. Иң мөһиме: шәхси эшҡыуар булып теркәлеү процедураһы күп ваҡытты алмаясаҡ. Ә ғаризаны ҡарау һөҙөмтәһен шул уҡ көндә ғариза биргән кешенең электрон почтаһына һалалар. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.