“Граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау, сәләмәт тормошто пропагандалау” һәм “социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам итеү һәм граждандарҙы яҡлау” йүнәлештәре буйынса – 13, “фән, мәғариф, мәғрифәт өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү” йүнәлеше буйынса 9 проект еңгән.
2990374 суммалыҡ иң ҙур грантты “Мин+Әсәй” проектын Башҡортостанда тормошҡа ашырыу өсөн “Ыңғай мөхит” кешеләргә ярҙам итеү төбәк ижтимағи ойошмаһы алған. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.