+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2021, 12:45

“Артефакт” коллекциялары араһында Башҡортостан музейҙары экспозициялары ла бар

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, “Артефакт” платформаһына мөһим тарихи экспонаттарҙы һәм сәнғәт әҫәрҙәрен үҙ эсенә алған 78 өр-яңы күргәҙмә индерелде. #национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, “Артефакт” платформаһына мөһим тарихи экспонаттарҙы һәм сәнғәт әҫәрҙәрен үҙ эсенә алған 78 өр-яңы күргәҙмә индерелде. Был илдең 48 төбәгендә өс меңдән ашыу музей әйберен һүрәтләү буйынса башҡарылған күләмле эштең һөҙөмтәһе булды.
Платформала тәҡдим ителгән коллекциялар араһында Башҡортостандағы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарының дүрт экспозицияһы һәм күргәҙмә проекты буйынса мультимедиа-гидтар бар. Улар – Туймазы районы музейының “Этнография залы”, Дүртөйлө районы музейының “Төбәк тәбиғәте һәм тарихы”, Бәләбәй районының Надеждин ауылындағы Аксаковтар ғаиләһе музейының “Ҡунаҡ бүлмәһе”, “Башҡортостан Республикаһы Милли музейы экспозициялары”.
Эпидемиологик сикләү саралары шарттарында мультимедиа-гидтар экспозициялар менән еңел генә танышыу мөмкинлеген бирә. Музейға бара алмаған, һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән кешеләр, өйҙән сыҡмайынса, “Артефакт” ҡушымтаһы ярҙамында экспонаттар менән ентеклерәк таныша, ҡыҙыҡһынған күргәҙмәне ҡарай ала.
Читайте нас: