+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2021, 12:27

Кем ул милләт әсәһе?

Быйыл үҙенең бәләкәй генә юбилейын билдәләгән һәм бишенсе тапҡыр үткәреләсәк «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсы ла (хәҙер инде ул төбәк-ара кимәлгә сыҡты) юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән.

Ғәҙәттә, тормошобоҙға килеп ингән һәм даимиға әйләнгән ваҡиғаларҙы шулай тейеш, ул күптән шулай булған кеүек ҡабул итәбеҙ. Әйтерһең дә, улар ниндәйҙер ҡөҙрәтле көс менән килтерелгән дә, шунда уҡ йәмғиәттә үҙ урынын алған. Эйе, тәүҙә хыял тыуған, һуңынан һүҙгә әйләнгән, артабан һүҙ үҙенең аныҡ һынланышын барлыҡҡа килтергән. Быйыл үҙенең бәләкәй генә юбилейын билдәләгән һәм бишенсе тапҡыр үткәреләсәк «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсы ла (хәҙер инде ул төбәк-ара кимәлгә сыҡты) юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Кем ул милләт әсәһе, уның бөгөнгө ысынбарлыҡта тәғәйенләнеше ниндәй? Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина бөгөн беҙҙең һорауҙарға яуап бирә.
— «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсының башланып китеү тарихына күҙ һалайыҡ әле...
— Барыбыҙ ҙа уҙған быуаттың 20-се йылдарында ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен етәкләүсе, тәүге ҡатын-ҡыҙ йәмәғәт эшмәкәрҙәренең береһе Рабиға Ҡушаеваның 1917 йылдың 20-27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Бөтә Башҡорт ҡоролтайында 16 ғына йәшендә трибунаға сығып, белем алыуҙа һәм хеҙмәттә ҡатын-ҡыҙҙарға тиң хоҡуҡлылыҡ талап итеп сығыш яһауы һәм телмәрен «Милләтте үҫтереүҙә ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар йәшәһен! Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе!» — тип тамамлауы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Йылдар үтһә лә, был һүҙҙәрҙең асылы үҙгәрмәй. Республика ҡатын-ҡыҙҙары араһында ниндәйҙер конкурс ойоштороу идеяһы тыуғас, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте советына тәҡдим итеп, шул йылда уҡ беренсе конкурсты иғлан иттек. Идара ултырышының тәҡдиме менән уны «Башҡорт ҡатыны — милләт әсәһе» тип атаныҡ.
Был ярышта сәйәсәт, мәҙәниәт, фән, мәғариф, бизнес һәм йәмәғәт тормошонда үҙ урынын тапҡан гүзәл заттарыбыҙ ҡатнашты. Тәүге сараға уҡ йөҙҙән ашыу төрлө йүнәлештәге эштәр ҡабул иттек. Сентябрь аҙағына тиклем ҡабул итеүҙе оҙайтырға тура килде, сөнки район һәм ҡалаларҙан ҡатнашырға теләүселәр күп булды.
Бәйге буйынса һөҙөмтәләр сығарыу өсөн арҙаҡлы ғалимә, сәйәсмән, етәксе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ менән бер рәттән министрлыҡ белгестәре ингән баһалама комиссияһы төҙөлдө. Конкурсты йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү ноябрҙә Өфө ҡалаһында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең 25 йыллығына арналған сара сиктәрендә үткәрелде.
— Һәм шунда уҡ йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырҙы тип әйтергә мөмкин, сөнки хәҙерге кеүек ҙур масштабта үтмәһә лә, ҡатын-ҡыҙҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Әммә ниндәй генә сара үткәрелһә лә, ул мотлаҡ финанс сығымдары талап итә. Бындай проблема булдымы һәм уны нисек хәл иттегеҙ?
— Тәүге өс конкурсты Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте активының һәм беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙҙың аҡсаһына ойошторҙоҡ. Былтырғы проект Башҡортостан Республикаһы Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса гранты конкурсы еңеүсеһе булды һәм өлөшләтә грант иҫәбенә финансланды. Йәмғиәттең Совет ултырышында бишенсе — юбилей конкурсын Башҡортостанда ижтимағи әһәмиәтле программаларҙы тормошҡа ашырыуға социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға субсидия биреү конкурсында ҡатнашырға ҡарар иттек һәм өлөшләтә был ярҙамға лайыҡ булдыҡ. Шулай уҡ меценаттар ҙур ярҙам күрһәтә.
— Беренсе йылда «Башҡорт ҡатыны — милләт әсәһе» тип аталып, бөгөн ул «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсы булараҡ популярлыҡ яулай.
— Тәүге йылда уҡ конкурста ҡатнашырға теләк белдереүселәр 150 кеше булһа, артабан уларҙың һаны арта барып, былтыр 500-ҙән ашыу заявка килде. Йылдан-йыл география ғына түгел, ҡатнашырға теләк белдереүсе төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙар һаны ла күбәйә. Күп милләтле Башҡортостанда йәшәгәс, беҙ гүзәл заттарҙы милләткә айырмаҫҡа ҡарар иттек һәм был конкурс дуҫлыҡтың, татыулыҡтың бер өлгөһө булып тора, унда республикабыҙ яландарында үҫкән төрлө сәскәләрҙән йыйылған гөлләмә кеүек һәр милләт вәкиле үҙ төҫөндә балҡый. Республика кимәлендәге конкурс булһа ла, унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Татарстан Республикаһы һәм Пермь крайынан милләттәштәребеҙ әүҙем ҡатнаша. Ошоларҙы иҫәпкә алып, атамаһын үҙгәрттек.
— Ауыл ерендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттә, баҫалҡы һәм сабыр, бындай сараларҙа бик ҡатнашып та бармай. Улар ошо конкурста район, ҡала кимәлендә үҙен күрһәтеп өлгөргән гүзәл заттар менән бер рәттән көс һынаша аламы?
— Юҡҡа ғына беҙ баштан уҡ төп иғтибарҙы ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына бирмәнек. Конкурстың муниципаль этабында йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, йәмғиәттәге асоциаль күренештәрҙе профилактикалауға өлөш индергән, сәләмәт тормош алып барған, өлгөлө балалар тәрбиәләгән ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына айырыуса иғтибар бирелә. Конкурстың маҡсаты ла әсәйҙәрҙең йәмәғәт эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, уларҙың эшен баһалау, йәмғиәттәге статусын күтәреү, ғаилә ҡиммәттәрен, халыҡ этнопедагогикаһын, тарихын, рухи-әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм тергеҙеү, ҡатын-ҡыҙҙарҙың социаль-психологик яҡлаулылығын тәьмин итеү, әсәлектең баһаһын арттырыу, ҡатын-ҡыҙҙарҙың социаль йүнәлештәге эшмәкәрлегенең әһәмиәтен күтәреү.
— Бөгөн йәмғиәттә ирекмәнлек киң тарала. Ә ауыл ерендә ғүмер буйы ирекмәнлек менән шөғөлләнгәндәр — шул уҡ өмә булһынмы, күршеләге оло йәштәге инәй-бабайҙарға ярҙам итеү булһынмы — былар барыһы ла бушлай һәм изге ниәттән, ихлас күңелдән башҡарыла. Әммә йәмғиәттә бар нәмәне монетизациялау ауылдарҙа ғына йәшәп килгән ошо изге төшөнсәгә үҙгәрештәр индерҙе һәм шым ғына эшләнгән эштәр, күп осраҡта ирекмәнлек тип тә һаналмай...
— Әйткәндәй, заман быйылғы конкурсҡа ла үҙенең төҙәтеүҙәрен индерҙе — талап ителгән пункттарҙың береһе булып ирекмәнлек тора. Ысынлап та, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары — улар барыһы ла тиерлек ирекмән — шул уҡ тормоштағы кире күренештәргә ҡаршы көрәштә лә, тәрбиәүи эштәрҙә лә, күрше-күләненә, ауылдаштарына ярҙам ҡулы һуҙыуҙа ла улар күңел талабы буйынса эш итә. Шулай уҡ беҙ конкурс буйынса ирекмәнлеккә ҡалаларҙа, райондарҙа, ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәттәрен ойоштороу һәм үҫтереү маҡсатын, уларҙың йәштәрҙә рух-әхлаҡи, илһөйәрлек тәрбиәләүҙәге эшмәкәрлеген индереүҙе лә күҙалланыҡ.
— Конкурстың номинацияларында үҙгәреш юҡтыр?
— Еңеүселәр элеккесә 10 номинация буйынса билдәләнәсәк. «Күп балалы әсә» — өлгөлө һәм уңышлы балалар тәрбиәләгән күп балалы әсәләр араһында; «Лидер» — үҙҙәрен йәмәғәт эшендә һәм сәйәсәттә һәләтле, маҡсатҡа ынтылышлы ойоштороусы итеп күрһәткәндәр; «Йыл өлгөһө» — эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә уҙған йылда юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙар; «Уҡытыусы» — йәш быуынды тәрбиәләүҙә уңыш ҡаҙанған остаз, тренер һәм педагог ҡатын-ҡыҙҙар; «Оҫта» — сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында юғары күрһәткестәргә өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙар; «Ғалим» — ғилми һәм тикшеренеү учреждениеларында эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре һәм иң яҡшы проекттары өсөн; «Мәҙәниәт» — ижадтарында этник ҡиммәттәр һәм халыҡ йолалары пропагандаланған ҡатын-ҡыҙҙар; «Бизнес-леди» — хәйриә менән шөғөлләнгән һәм илдең социаль сәйәсәтен хуплаған эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар; «Оло йәштәге йәмәғәтсе» («Ағинәй») — 60 йәштән үткән, әүҙем йәмәғәт тормошо алып барған һәм халыҡ араһында абруй яулаған ҡатын-ҡыҙҙар; «Йәш лидер» — йәштәр һәм йәш әсәләр араһында үҙен лидер итеп танытҡан, төрлө өлкәләрҙә һәм йәмәғәт тормошонда юғары уңыштарға өлгәшкәндәр өсөн.
— Конкурсҡа эштәр ҡасанға тиклем ҡабул ителә һәм ҡасан йомғаҡ яһала?
— Конкурсты былтыр ноябрҙә иғлан иткәйнек, әле муниципаль этаптар бара һәм ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителә. Икенсе этапта баһалама комиссияһы уларҙың араһынан еңеүселәрҙе һайлап ала. Республика этабының йомғаҡлау сараһы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан баш ҡалала, «Торатау» Конгресс-холлында ойошторола, һәр номинация буйынса өсәр еңеүсе билдәләнә.
Йылдан-йыл ҡатын-ҡыҙҙарҙың әүҙемлеге артыуы һәм уларҙың йәмғиәттә үҙ урынын табыуы, үҙенә ышанысы артыуы күҙәтелә. Был конкурс ҡатын-ҡыҙҙы ҡанатландыра, дәртләндерә, әүҙемләштерә, уларға илһам һәм дәрт өҫтәй. Номинацияларҙан күренеүенсә, сарала төрлө өлкә, төрлө төбәк ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнаша һәм ниндәй генә тармаҡта эшләүенә йәки өйҙә бала тәрбиәләүенә ҡарамаҫтан, ысын мәғәнәһендә үҙенә иғтибар, ихтирам һәм яҡшы мөнәсәбәт булырға тейешле милләт әсәһе итеп тоя, ышанысы арта.
Зәйтүнә НИҒМӘТЙӘНОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: