+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2021, 13:10

Йыл аҙағына хеҙмәт баҙары тулыһынса тергеҙелергә тейеш

Рәсәйҙә хеҙмәт баҙары ағымдағы йылдың аҙағына тиклем тулыһынса тергеҙелергә тейеш, бындай йөкләмәне Президент Владимир Путин бирҙе. Был турала ул иҡтисади мәсьәләләр буйынса кәңәшмәлә белдерҙе.#ВладимирПутин

Рәсәйҙә хеҙмәт баҙары ағымдағы йылдың аҙағына тиклем тулыһынса тергеҙелергә тейеш, бындай йөкләмәне Президент Владимир Путин бирҙе. Был турала ул иҡтисади мәсьәләләр буйынса кәңәшмәлә белдерҙе.
«Ағымдағы йыл аҙағына тиклем хеҙмәт баҙарының тулыһынса тергеҙелеүенә ирешергә тейешбеҙ. Бындай мәсьәлә, белеүегеҙсә, хөкүмәт алдында ҡуйылған, ул үтәлергә тейеш», - тине дәүләт башлығы һәм һуңғы бер нисә ай эсендә эшһеҙлектең кәмей башлауын, әммә уның кимәленең һаман да юғары булыуын өҫтәне.
Кесаҙна, 21 ғинуарҙа, РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Андрей Пудов илдә 2,6 миллион кешенең эшһеҙ булып һаналыуын әйтте. Рәсми статистика тик хеҙмәт биржаһына баҫҡан рәсәйлеләрҙе генә иҫәпләй.
Читайте нас: