+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар 2021, 10:15

Ике меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән

Үткән йылда Башҡортостанда ауыл хужалығының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына 2,4 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән.#национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Үткән йылда Башҡортостанда ауыл хужалығының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына 2,4 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән.
Был “Фермерлыҡҡа ярҙам системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булған, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Республикала “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса проект комитеты ултырышында БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков белдереүенсә, был һан план буйынса күрһәткестән 12,6 процентҡа артыҡ. БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов алып барған ултырышта 2020 йылда төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәләре хаҡында һорауҙар ҡаралған.
2020 йылда төбәк проектын тормошҡа ашырыуға 266 миллион һум, шул иҫәптән “Агростартап” грантына – 211,5 миллион һум, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына алынған техника, ҡорамалдар, пайсыларҙан алып реализацияға сығарған продукция өсөн сығымдарҙың бер өлөшөнә субсидияға – 49,4 миллион һум, ауыл хужалығы кооперацияһы өлкәһендә компетенциялар үҙәгенә субсидия биреүгә 5,1 миллион һум, дәүләт ярҙамы ҡаралған. Бар аҡсалар ҙа тулы күләмдә үҙләштерелгән.
Читайте нас: