+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2021, 12:45

Техник реабилитациялау саралары прокаты буласаҡ

Президент гранттарының 2021 йылдағы беренсе конкурсында республикаға 44 миллион һумдан ашыу грант аҡсаһы йәлеп итеүсе Башҡортостандан еңеүсе тип табылған 54 коммерцияға ҡарамаған ойошма араһында беҙҙең райондың «Ярҙам» (Изгелек ҡыл) халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге лә бар.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Президент гранттарының 2021 йылдағы беренсе конкурсында республикаға 44 миллион һумдан ашыу грант аҡсаһы йәлеп итеүсе Башҡортостандан еңеүсе тип табылған 54 коммерцияға ҡарамаған ойошма араһында беҙҙең райондың «Ярҙам» (Изгелек ҡыл) халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге лә бар.
— Рәсәй Президенты гранттарына конкурста йыл һайын ҡатнашабыҙ. Башҡортостан күләмендәге проекттар яҡлау конкурстарынан да ситтә ҡалмайбыҙ. Әммә ошоға тиклем уңыш беҙҙең яҡҡа йылмайғаны булманы. Ныҡыша-тырыша торғас, ниһайәт, грантҡа лайыҡ булдыҡ. Уның суммаһы — 447110 һум. Граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереүгә һәм яҡлауға йүнәлтелгән проектыбыҙ буйынса сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләргә ярҙам итәсәкбеҙ, — тип һөйләй үҙәк директоры Р. Р. Ғүмәрова.
Үкенескә күрә, районда йыл һайын 200-ҙән ашыу кешегә төрлө йәрәхәттәрҙән һуң һәм башҡа ауырыуҙарға бәйле инвалидлыҡ бирелә. Улар артабан йәшәү, үҙ йүндәрен күреү өсөн техник реабилитациялау сараларына мохтажлыҡ мәсьәләһенә килеп теркәлә. Эйе, шәхси реабилитациялау программаһына (ИПР) ярашлы инвалидтарға социаль страховкалау фонды аша тейешле ҡорамалдар бирелә, ләкин уны юллауға байтаҡ ваҡыт үтә. Былай ҙа ҡыйын тормош хәленә тарыған кешеләрҙе бәхетһеҙлеге менән яңғыҙ ҡалдырмаҫ өсөн техник реабилитациялау саралары менән ваҡытлыса тәьмин итеү буйынса прокат булдырырға ниәтләй «Ярҙам»дар.
— Эш буйынса яҡташтарыбыҙҙың сәләмәтлек хәле буйынса ошондай проблемалары менән йыш күҙмә-күҙ осрашырға тура килә. Үҙәктең бер-ике коляскаһы, яңғыҙ бөртөк ходункиһы күптән ойошмаға «ҡайтҡаны» ла юҡ. Кемгәлер йәшәү өсөн мөһим булған әйберҙе кире ҡайтар, тип ҡалайтып артынан һорап йөрөмәк кәрәк? Шул уҡ ваҡытта икенсе берәүҙәргә ярҙам итеп булмауы әсендерә. Шуға күрә ошо проектты тормошҡа ашырыуҙы маҡсат иттек. Техник саралар күберәк күләмдә булһа, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге лә киңәйә, ә ҙур булмаған хаҡҡа һәм билдәле ваҡытҡа прокатҡа биреү уны кире ҡайтарыу яуаплылығын һала. ИПР буйынса тәғәйен сараны алғансы прокатҡа алыу ваҡытын оҙатыу ҙа мөмкин буласаҡ. Грант сараларына 15-20 дананан кәм булмаған күләмдә кресло-коляскалар, ходункилар, ҡултыҡ һәм ҡул таяҡтары, кресло-бәҙрәфтәр һәм түшәктә ятҡандар өсөн махсус матрастар алырға уйлайбыҙ. Прокат эшен башлау менән был турала район гәзите аша мәғлүмәт бирәсәкбеҙ, — ти Рәйлә Рәхмәт ҡыҙы.
Читайте нас: