Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
Ошо көндәрҙә Учалы районы хакимиәтендә видеоконференция форматында уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә мөһим инвестиция проекты ҡаралды.
Проект инициаторы Учалы ҡалаһы урамдарында сауҙа павильондары менән заманса дизайнлы “аҡыллы” автобус туҡталышы урынлаштырырға ниәт итә. Был - йәмәғәт транспортын көткәндәргә уңайлы булһын өсөн өҫтәмә функциялар һәм видеокүҙәтеү менән ҡорамалландырылған интерактив туҡталыш буласаҡ. Хеҙмәтләндереүҙең яңы төрө ҡала инфраструктураһына ла ыңғай тәьҫир итәсәк, юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә лә өлөш индерәсәк.
Эшҡыуарға “аҡыллы” туҡталыштарҙы урынлаштырыу өсөн бер-нисә урын тәҡдим ителде, аукцион процедураһын үткәреү буйынса кәңәштәр бирелде.