- Былтыр республикала 25 балалар баҡсаһы төҙөнөк һәм был эште дауам итәбеҙ, – тине төбәк Башлағы. – Әгәр саралар етһә, һанды арттырасаҡбыҙ.
Радий Хәбиров Нефтекамала 260 урынлыҡ «Эрудит» балалар баҡсаһында булды. Ул «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлдө. Был маҡсатта 219,7 млн һум аҡса йүнәлтелде, сығымдарҙың бер өлөшө федераль бюджеттан финансланды.