Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2021, 13:30

23 февралдә нисек ял итәбеҙ – Мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт

Февралдә рәсәйҙәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан өҫтәмә ял көнө көтә.

Февралдә рәсәйҙәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан өҫтәмә ял көнө көтә.
Байрам алдынан рәсәйҙәргә алты көн эшләргә кәрәк, тип хәбәр итте РИА Новости.
«Биш көнлөк эш аҙнаһында 23 февралдәге байрам эш аҙнаһын өс көнгә — 24 февралдән 26-һына тиклем ҡыҫҡарта. 21-23 февралдә ял итәбеҙ. 22 февралдәге эш көнөн шәмбе 20 февралгә күсереүгә бәйле өс көнлөк ял иғлан ителде», — тиелә Мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт белдереүендә.
15 февралдән 20-һенә тиклем рәсәйҙәрҙе ошо йылда берҙән-бер оҙайлы эш аҙнаһы көтә.
Быйыл бөтәһе ете ҡыҫҡа эш аҙнаһы була. Уларҙың һуңғыһы кесаҙна 30 декабрҙә тамамлана.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в