+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2021, 12:08

Йондоҙ кеүек балҡый Азалия

Өфөлә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар һәм үҫмерҙәр араһындағы «Таланттар йондоҙлоғо» IX асыҡ конкурсында Тупаҡ ауылы ҡыҙы Азалия Асманова быйыл да һынатманы.

Өфөлә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар һәм үҫмерҙәр араһындағы «Таланттар йондоҙлоғо» IX асыҡ конкурсында Тупаҡ ауылы ҡыҙы Азалия Асманова быйыл да һынатманы.
— Коронавирус эпидемияһы балалар ижады байрамын үткәреүгә үҙенең үҙгәрештәрен индерҙе — тәүге ике тур онлайн-форматта ойошторолдо. Бейеүҙе беҙгә Йәзилә Илһамова һалды, конкурсҡа әҙерләнеүҙә Михайловка мәҙәниәт йорто етәксеһе Ләйсән Ғиләжеваның ярҙамы ҙур булды. Тәүге ике турға сығыштарҙы видеоға төшөрөп ебәрҙек. Унан инде еңеүселәр иҫәбендә беҙҙе йомғаҡлау турына баш ҡалаға саҡырҙылар, — ти Азалияның әсәһе Айгөл Тимерйән ҡыҙы. — Өфөгә өс көнгә алдан барып, ҡуртымға фатир алып йәшәргә тура килде. Сөнки ике көн дауамында репетицияларға йөрөргә кәрәк ине.
Әсәйҙең тырышлығы һәм ҡыҙыҡайҙың ныҡышмал, маҡсатҡа ынтылыусан булыуы үҙ һөҙөмтәһен бирә: республика бәйгеһендә өсөнсө йыл рәттән призлы урын яулай Азалия. Тамашасыларҙы һәм жюриҙы әсир иткән «Киндер һуғыу» бейеүе беренсе урында билдәләнә. Бәйгелә башлап ҡатнашҡан йылда «Серле һандыҡ» бейеүе Азалияға икенсе урын килтерә. Уҙған йыл беренсе урынға лайыҡ булған бейеүсегә бүләккә бирелгән юллама менән Евпатория шифаханаларының береһендә ял итеп ҡайта Асмановтар. Быйылғы шәп сығышы Күмертау ҡалаһындағы балалар шифаханаһына юллама менән билдәләнгән, Азалияға бүләккә планшет та биргәндәр. Өҫтәүенә, районға ҡайтҡас, бейеүсе ҡыҙҙы район ха-кимиәте башлығы Илдар Нафиҡов смартфон менән бүләкләп, шатландырҙы.
— Мин үҙем дә бейергә яратам. Шуға ла ҡыҙым менән бик теләп сығыш яһайым. Ул сәхнәлә асыла, ихлас бейей, — ти әсәһе.
Азалия ғаиләлә икенсе бала. Асмановтарҙың Михайловка мәктәбен алтын миҙалға тамамлаған өлкән ҡыҙҙары Әлфиә — Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек сәнәғәте факультеты студенткаһы.
Азалия тыуғас, ҡыҙының сирен һиҙенгән әсә дауаханалар тупһаһын күп тапаһа ла, дөрөҫ диагнозды сабыйына йәш ярым булғас ҡына, Магнитогорск табиптары ҡуя. Шулай ҙа яҙмыш һынауы алдында баҙап ҡалмай әсә.
Сабыйын аяҡҡа баҫтырыу, уны һауыҡтырыу өсөн уларға төрлө юлдар үтергә, әллә күпме ҡатмарлыҡтар кисерергә тура килә.
Һәр береһе уның өсөн өҙөлөп торған, наҙ һәм һөйөү менән солғап алынған ғаиләлә тәрбиәләнеү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә сирле бала өсөн. Ошондай мөхиттә үҫкән Азалия әкренләп атлап китә, һөйләшә башлай. Бәләкәй генә сағынан, музыка ишетеү менән бейергә ынтыла.
— Азалия бөгөн Сибай ҡалаһындағы инвалид балаларға дистанциялы белем биреү үҙәгенең һигеҙенсе класы уҡыусыһы. Рус теле һәм әҙәбиәтенән, уҡытыусы өйгә йөрөп, дәрес бирә, — тип дауам итә Айгөл Тимерйән ҡыҙы. — Бик тырыш ул, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә.
Уҡыуҙан тыш, Азалия социаль селтәрҙәрҙең әүҙем ҡулланыусыһы, төрлө ҡыҙыҡлы видеолар төшөрөп, «Тик-ток»ка һала. Шулай уҡ ҡыҙыҡай аш-һыу бүлмәһендә булышырға ярата, әсәһе, апайы менән төрлө тәмлекәстәр бешереүгә оҫтарып алған.
Матурлыҡҡа ынтылған Азалияның тағы ла үҙ иткән шөғөлө – сәскәләр үҫтереү. Сәскәләр батшаһы булған розаларҙың йорт биләмәһендә йәй буйына шау сәскәгә күмелеп ултырыуы ла, ҡыҙыҡайҙың уларҙы бар күңелен һалып тәрбиәләүе һөҙөмтәһе.
Яҙмыш төрлө һынауҙарын биреп торһа ла, Айгөл Тимерйән ҡыҙы тормоштоң әсе елдәренә бирешмәҫкә тырышып, алға ҡыйыу атлай.
Бер нисә йыл элек үҙ көстәре менән һалған матур, зауыҡлы йорттарында янғын сыға.
— Хоҙайҙың рәхмәте менән йортобоҙға ҙур зыян килмәне. Ут төкөтмәне генә ялмап өлгөрҙө. Уны ҡайтанан йүнәтеп алдыҡ, — ти Айгөл. — Шул саҡта ярҙам ҡулы һуҙған күршеләремә, ауылдаштарыма оло рәхмәтлемен.
Осраған ауырлыҡтарға ҡарамай, балаларын кеше итергә тырышҡан Айгөл Тимерйән ҡыҙының рухи ныҡлығына, сабырлығына һәм ихтыяр көсөнә хайран ҡалырлыҡ. Ғүмерлек һынауға дусар иткән яҙмышына зарланмай, ҡыҙҙарының ынтылыштарын хуплап, һәр яҡлап үҫешергә ярҙам итеп, лайыҡлы тәрбиә биреп йәшәй әсә.
Читайте нас: