+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2021, 13:20

18 ғинуар – Хеҙмәт ветераны көнө булараҡ билдәләнәсәк

Республикала Хеҙмәт ветераны көнө булдырыла. Ул 18 ғинуарҙа билдәләнәсәк.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын ҡараны. Уға ярашлы, республикала Хеҙмәт ветераны көнө булдырыла. Ул 18 ғинуарҙа билдәләнәсәк.
«1974 йылда тап ошо көндә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән «Хеҙмәт ветераны» миҙалы булдырылды, – тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. –Халыҡ хужалығында, фәндә, мәҙәниәттә, мәғарифта, һаулыҡ һаҡлауҙа, дәүләт учреждениеларында һәм йәмәғәт ойошмаларында күп йылдар намыҫлы эшләгәндәрҙең хеҙмәтен таныу билдәһе итеп иҫтәлекле дата булдырыуҙы дөрөҫ тип иҫәпләйбеҙ. Яңы иҫтәлекле дата төрлө тармаҡ ветерандарын, ғөмүмән, хеҙмәт кешеһен хөрмәтләүгә, хеҙмәт коллективтарында берҙәмлеккә, күсәгилешлелеккә, йәштәргә дөрөҫ тәрбиә биреүгә булышлыҡ итергә тейеш».
Р. Дауытова әҙерләне.
Читайте нас: