Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2021, 13:35

Гәзит-журналдарға алдан яҙылыу кампанияһы башланды!

31 мартҡа тиклем былтырғы хаҡтар менән киләһе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға, шул иҫәптән “Осҡон” һәм “Абзелил” район гәзиттәренә яҙылырға мөмкин.

31 мартҡа тиклем былтырғы хаҡтар менән киләһе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға, шул иҫәптән “Осҡон” һәм “Абзелил” район гәзиттәренә яҙылырға мөмкин.
Башҡортостанда гәзит-журналдарға ваҡытынан алда яҙылыу башланды, тип хәбәр итә Федераль почта элемтәһе республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Акцияла 1,2 меңдән ашыу баҫма ҡатнаша. Уларҙың 140-тан күберәге – Башҡортостанда нәшер ителгән республика, район, ҡала гәзит-журналдары, 360 федераль әһәмиәттәге баҫма, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә донъя күргән киң мәғлүмәт саралары.
Матбуғатҡа podpiska.pochta.ru сайтында, Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһында, шулай уҡ ҡағыҙ каталог буйынса барлыҡ почта бүлексәләрендә һәм өйҙә почтальон аша яҙылырға була.
Читайте нас в