"Рәсәй – мөмкинлектәр иле" президент платформаһының Бөтә Рәсәй буйынса үткәрелгән яңы проекты – "Киләсәк уҡытыусыһы. Студенттар" һөнәри конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Башҡортостандан ярыштың дистанцион этабында 120-нән ашыу студент ҡатнашасаҡ. Бәйгенең сайтында (studtrek.ru) барыһы 12118 кеше теркәлгән.
Конкурс Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы ярҙамында үткәрелә һәм "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
1 – 10 февралдә конкурсанттар дистанцион рәүештә тест үтә. Ул өс блоктан тора. Һәр тесты үтеү өсөн 45 минут ваҡыт бирелә.
"Киләсәк уҡытыусыһы. Студенттар" бәйгеһендә Рәсәйҙең 85 төбәгенән студенттар ҡатнаша. Шулай уҡ Рәсәй юғары уҡыу йорттарында белем алған Ҡаҙағстан, Вьетнам, Сербия, Үзбәкстан, Ҡытай студенттары ла көсөн һынап ҡарай.
Теркәлеүҙәр һаны буйынса иң әүҙемдәре – буласаҡ башланғыс класс, инглиз теле, математика уҡытыусылары һәм педагог-психологтар.
Тест һөҙөмтәләре буйынса иң юғары балл йыйған 600 ҡатнашыусы төбәк-ара ярымфиналға саҡырыла. Улар Рәсәйҙең алты төбәгендә 24 февралдән алып 9 апрелгә тиклем үткәреләсәк. Һөҙөмтәлә 150 студент финалға үтәсәк.