ДОСААФ-тың тыуған көнөндә, йәғни 23 ғинуарҙа традицион оборона масса эше айлығы старт алды һәм ул Ватанды һаҡлаусылар көнөнә тиклем дауам итә. Район ДОСААФ ойошмаһы быйылғы айлыҡты «Тыуған илде һаҡларға әҙер!» тигән девиз аҫтында иғлан итте. Бөгөн район мәктәптәре командалары араһында АК-74 автоматын һүтеп-йыйыу, пневматик винтовканан атыу һәм турникта күтәрелеү буйынса ярыштар үтте. Йомғаҡтар командалар араһында һәм шәхси беренселектә билдәләнде.