+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль 2021, 18:05

Саранан ситтә ҡалмағыҙ!

28 февралгә тиклем Рәсәйҙең йыл ағасы өсөн тауыш бирергә мөмкин. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

28 февралгә тиклем Рәсәйҙең йыл ағасы өсөн тауыш бирергә мөмкин.
28 февралгә тиклем Рәсәйҙең йыл ағасы өсөн тауыш бирергә мөмкин. Башҡортостан Республикаһында йәшәгәндәр ҙә, https://www.treeoftheyear.org. һылтанмаһы аша инеп, үҙ тауышын бирә ала.
Рәсәй Федерацияһы исеменән быйыл халыҡ-ара конкурста боронғо платан сығыш яһай. Ул Дағстан Республикаһындағы Дербент ҡалаһының тарихи өлөшөндәге иҫке Йома-мәсете ихатаһында үҫә. Уның йәше – яҡынса 284 йыл.
Риүәйәттәргә ҡарағанда, платан үҫентеһен Көнсығыштың бөйөк полководецы Надир-шах үҫтергән. Яҙыусы Александр Бестужев-Марлинский ҙа ошо ағасҡа арнап әҫәрҙәрен ижад иткән. Хәҙер платан Дағстан халҡы һәм ҡунаҡтары яратҡан урындарҙың береһенә әйләнгән. Уның хаҡында легендалар бар, шиғырҙар яҙылған, картиналар ижад ителгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Рәсәйҙең йыл ағасы” конкурсы 2017 йылдан үткәрелә. Был сарала еңеп сығыусы “Европаның йыл ағасы” халыҡ-ара конкурсында ҡатнаша.
Бөтә Рәсәй “Ағастар – тере тәбиғәт һәйкәлдәре” программаһы Рәсәйҙең тәбиғәт, мәҙәни һәм тарихи байлығы булған үҙенсәлекле оло ағастарҙы табыу, һаҡлау, уларға дәүләт тарафынан һаҡланған тәбиғәт байлығы статусын биреү, Рәсәйҙең боронғо ағастары реестрын булдырыу өсөн барлыҡҡа килгән. Ул шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендәге “Экология” милли проекты бурыстарының береһе лә.
Сығанаҡ: bash.rbsmi.ru
Читайте нас: