+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2021, 12:00

Хәҙер никахтар тантаналы теркәләсәк

Йәштәрҙе ЗАГС бүлегендә тантаналы шарттарҙа теркәү мәсьәләһендә сикләүҙәргә үҙгәрештәр индерелде.

Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында үткән кәңәшмәлә йәштәрҙе тантаналы шарттарҙа теркәү мәсьәләһе лә ҡаралды. Эш шунда, коронавирус эпидемияһына бәйле ошоға тиклем йәштәрҙең никахын теркәү тантанаһында биш кешенән артыҡ ҡунаҡтар булмаҫҡа тейеш ине.
Хәҙер ЗАГС бүлектәре етәкселәренә йәштәрҙе тантаналы шарттарҙа теркәргә рөхсәт ителде. Тик ҡунаҡтар һаны ун кешенән артыҡ булмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ һаҡланыу саралары (битлек, респираторҙар) ҡулланыу мотлаҡ һәм социаль дистанция күҙәтелергә тейеш.
Читайте нас: