+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2021, 10:00

Дүрт меңдән ашыу етәксе белемен камиллаштыра

Башҡортостандан 22 ҡатнашыусы-предприятие “Етештереүсәнлек лидерҙары” программаһы буйынса хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өсөн комплекслы күнекмәләр үҙләштереүгә тотондо. Уҡыу “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла.#национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандан 22 ҡатнашыусы-предприятие “Етештереүсәнлек лидерҙары” программаһы буйынса хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өсөн комплекслы күнекмәләр үҙләштереүгә тотондо. Уҡыу Хеҙмәт етештереүсәнлеге милли проекты сиктәрендә уҙғарыла.
“Был уҡыу динамик үҙгәрештәр шарттарында хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү өсөн предприятие менән идара итеүгә системалы ҡараш булдырыуға йүнәлтелгән. Процесс, милли проектта өс йыл ҡатнашыу эсендә хеҙмәт етештереүсәнлеген кәм тигәндә 30 процентҡа үҫтереп, предприятиеларға ярҙам итер өсөн ҡоролған. Ҡатнашыусылар “стратегия”, “коммерция эшмәкәрлеге”, “производство һәм логистика”, “персонал менән идара итеү” һәм “һанлаштырыу” йүнәлештәре буйынса белем ала”, – тип аңлатты БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Проектта ҡатнашыусыларға һөҙөмтәләрҙе күтәреү өсөн 50 юл картаһы әҙерләргә кәрәк буласаҡ. Артабан алынған күнекмәләр уларға ошоға оҡшаш проекттарҙы үҙаллы башлап ебәрергә һәм тормошҡа ашырырға форсат бирәсәк.
“Программа милли проектта ҡатнашыусылар араһында популярлыҡ яулай барыуына беҙ шатбыҙ. Уны тормошҡа ашыра башлағандан бирле беҙ
4,4 мең етәксене уҡытып сығарҙыҡ та инде, барыһы 10 меңгә яҡын кешене уҡытырға уйлайбыҙ. Программа тураһында уны тамамлаусыларҙан алынған ыңғай баһалар, шулай уҡ практик һөҙөмтәләр яңы ҡатнашыусылар өсөн яҡшы дәртләндереү булып тора”, – тип билдәләне РФ иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Петр Засельский.
18-се уҡытыу сиктәрендә бөтәһе 500-ҙән ашыу Рәсәй идарасыһы уҡый башлаған. Унда 31 төбәктән 80-дән ашыу предприятие командалары ингән. Яңы белем һәм тәжрибә үҙләштергән етәкселәр ил үҫешенә лә тик яңылыҡ, ыңғай һөҙөмтәләр килтерһә ине.
Читайте нас: