+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2021, 10:30

Эсәр һыу таҙа булһын өсөн!

Башҡортостанда эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү өсөн 4,2 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Уларҙы төҙөкләндереү һәм яңыларын төҙөү 2024 йылға тиклем дауам итәсәк. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү өсөн 4,2 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Уларҙы төҙөкләндереү һәм яңыларын төҙөү 2024 йылға тиклем дауам итәсәк. 4,2 миллиард һумдың 4,1 миллиарды – федераль бюджеттан. Эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” төбәк проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Төбәк программаһына 52 тораҡ пункт индерелгән, 19 муниципалитетта – 31 объект. Был турала республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы матбуғат хеҙмәтенән белдереләр.
“Таҙа һыу” төбәк программаһының төп маҡсаты, 2024 йылға тиклем республика халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү кимәлен 86,6 проценттан 92,5 процентҡа тиклем, шул иҫәптә ҡалаларҙа 99 процентҡа тиклем арттырыу.
Читайте нас: