+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2021, 13:55

Музейҙа онотолмаҫ класс сәғәте

1-се Асҡар урта мәктәбенең 4-се “г” класы уҡыусылары өсөн сиратағы класс сәғәте бик үҙенсәлекле үтте. Уҡытыусылары С. М. Дауытова уларҙы район тыуған яҡты өйрәнеү музейына алып барҙы. Дәрес хәрби-патриотик темаға Афғанстан буйынса уҙҙы.

Уҡыусылар Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 32 йыллығы уңайынан музейҙа ҡоролған “Һалдат һуғышты һайламай” күргәҙмәһе менән танышты. “Афганистан. Дорогами войны” документаль фильмын ҡараны. Афған яугире Самат Фәхретдинов менән осрашыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Дүртенселәр шулай уҡ “Үҙеңде тап” үҫмерҙәр-йәштәр клубы ойошторған “Афғанстан беҙҙең йөрәктә” һүрәттәр конкурсында ла әүҙем ҡатнашты.
Читайте нас: