+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль 2021, 14:00

Күҙ йәштәренә лә урын бар...

15 февралдә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 32 йыллығы, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнде.

15 февралдә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 32 йыллығы, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнде.
Әбйәлилдә иң берҙәм, дөргөн ойошмаларҙың береһе һаналған яугир-интернационалистар был иҫтәлекле датаны билдәләмәй ҡалмай һәм быйыл да улар, үҙ көстәре менән төҙөгән мемориал янына иртә таңдан уҡ йыйылды.
Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән ир-егеттәрҙе тарихи көн уңайынан тәбрикләп, район башлығы Илдар Нафиҡов: «Утлы Афған еренә совет ғәскәрҙәре сафында ингән һалдаттар араһында беҙҙең яҡташтар ҙа күп булды. Улар ил алдындағы изге бурысын үтәп, ҡан ҡойҙо, яраланды, әммә намыҫына тап төшөрмәне, хәрби антына тоғро ҡалды һәм барыһы ла тыуған еренә әйләнеп ҡайтты. Афған ветерандары бөгөн дә сафта – улар йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә, төрлө өлкәләрҙә фиҙаҡәр эшләп, өлгөлө тормош көтә».
«Был яуҙы үткәндәр күңелендәге хәтирәләр әле лә утлы ҡуҙ булып йөрәктәрҙе өтә, онотолмай, — тине үҙ сығышында район хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин. — Афғанстанда 14 меңдән ашыу совет һалдаты һәләк булды, 50 меңдән ашыуы яраланды, 7 меңе ғүмерлеккә инвалид булып ҡалды. Хәрби бурысын Афғанда үтәгән уҙамандар — ысын яугирҙәр, үҙ еренең патриоттары, ышаныслы ил һаҡсылары. Мәңгелек дан һеҙгә!»
Яугир-интернационалистарға тәбрик һүҙҙәрен Афған ветерандары ойошмаһы етәксеһе, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Илгиз Хәйризаманов, «Боевое братство» ойошмаһы ағзалары, Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары Рузил Низаметдинов менән Ринат Мәхмүтов та еткерҙе.
Мемориалға ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалып, башын һалған яуҙаштарын хәтергә алғанда күпте күргән яугирҙәрҙең дә күҙҙәре йәшкә мансылды...
Читайте нас: