-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль 2021, 12:37

Тыуған ерем, һәр төбәгең миңә атай йорто кеүек ҡәҙерле

«Айыҡ ауыл» республика конкурсына ҡушылған Таштимерҙә ҡышҡы спартакиада үтте.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсына ҡушылған Таштимерҙә ҡышҡы спартакиада үтте. Биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Маҙһар Алсынбаев иҫтәлегенә арналған сарала райондың төрлө ауылдарынан һәм күрше Силәбе өлкәһенән килгән спорт һөйөүселәр саңғы уҙышты, балалар ата-әсәләре менән «Күңелле старттар»ҙа көс һынашты, уҡтан һәм пневматик мылтыҡтан атыуҙа иң мәргәндәр асыҡланды, хоккей майҙансығында ҡыҙыу уйын барҙы. Мәҙәниәт йортонда иһә ауылдың ҡул оҫталары эштәренән бай күргәҙмә ҡуйылды. Гармунсылар араһында ойошторолған «Моңдар ҡайтһын ауылға» исемле бәйге зал тулы тамашасылар йыйҙы.
Таштимерҙәр ойошторған байрамға тамаша ҡылырға район башлығы Илдар Нафиҡов, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының һаулыҡ һаҡлау буйынса комиссия рәйесе, БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы Марсель Тойғонов, ҡоролтайҙың башҡарма комитет ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин, Маҙһар Алсынбаевтың улы Азамат Алсынбаев һәм башҡа бик күп ҡунаҡтар килде.
— Һәр эштә әүҙем, дәртле таштимерҙәр республика конкурсы сиктәрендә данлыҡлы яҡташыбыҙ Маҙһар Алсынбаев иҫтәлегенә арналған сараларҙы ойоштороуға ихлас әҙерләнде. Спорт ярыштарында ҡатнашырға килгән һәр кемгә еңеүҙәр теләйем, — тигән теләктәрен еткерҙе Илдар Таһир улы.
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, Марсель Марат улы һәм Хәлил Юлай улы үҙ сығыштарында «Айыҡ ауыл» конкурсының төп маҡсаты халыҡты айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, ауылдарҙы төҙөкләндереү, уларға яңы һулыш өрөү, йәш быуынды традицияларға ярашлы тәрбиәләү булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып һәм таштимерҙәрҙең был тәңгәлдә башҡаларға үрнәк булыуҙарын билдәләп үтте.
— Сәмле лә, дәртле лә, эшһөйәр ҙә яҡташтарым менән ғорурланам. Балаларҙы ла, йәштәрҙе лә, ололарҙы ла еңеүҙәргә сәмләндергән ярыштар артабан да үтеп торһон. Әбйәлилдәрҙән атайым кеүек билдәле спортсылар үҫеп сыҡһын, — тине Өфөләге «Олимпик парк» саңғы үҙәге хеҙмәткәре Азамат Маҙһар улы.
Эвелина Йәрмөхәмәтова данлыҡлы яҡташыбыҙҙың данлы үткәне, уңыштары менән таныштырып үтте.
Таштимер ауыл Советы депутаты Илүзә Ғәйнуллина менән Таштимер урта мәктәбенең алдынғы спортсыһы Вадим Пшембаев флагты күтәргәндән һуң, Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Абсаҙыева спорт ярыштарына старт бирҙе.
Байрамдың йомғаҡлау сараһы Таштимер ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Клубтың фойеһында оҫта, алтын ҡуллы ауылдаштарҙың эштәренән бай күргәҙмә ҡуйылғайны. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы студенттары бәйләгән әйберҙәр, шулай уҡ уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли биҙәүестәре, тегелгән, бәйләнгән кейемдәре, ир-уҙамандар яһаған ағас һындар, сувенирҙар һоҡланғыс ине, улар һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Былар барыһы ла Таштимерҙә талантлы, маһир халыҡ йәшәүен дәлилләне.
Осрашыуҙы асып, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вил Илһамов район данын республика кимәлендә яҡлаған таштимерҙәрҙең сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, спортҡа ылыҡтырыу, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү буйынса башҡарылған эштәренә ҙур баһа бирҙе һәм республика конкурсында һынатмаҫ өсөн бар көстө тупларға саҡырҙы. Вил Әсғәт улы ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Сабир Яҡупов, Сәлмән Вәлиев, Заһир Хызыров, Рөстәм Ишбулатов, Булат Хөсәйенов, Фәрит Ғәйнуллин башҡарған эштәрен ҡеүәтләп, уларға район ҡоролтайының маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.
Билдәле булыуынса, Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал менән халыҡ араһында абруй ҡаҙанған, һәр яҡлап өлгө булған ҡатын-ҡыҙҙар бүләкләнә. Был көндө Гөлнур Ҡолһарина ауылдың иң хөрмәтле ағинәйҙәренең береһе, тыл ветераны Лидия Алсынбаеваны, 40 йылдан ашыу ғүмерен мәҙәниәт өлкәһенә бағышлаған Гөлшат Кәримованы, һәләтле ойоштороусы, Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Абсаҙыеваны, әүҙем йәмәғәтсе, Таштимер ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Шәрифә Иҙрисованы «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы менән наградланы.
Башҡорт халҡының рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен пропагандалауға индергән өлөштәре өсөн Роза Йосопова, Гөлшат Харисова, Елена Нөғәмәнова, Рәүилә Яҡупова ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең почет грамоталары менән бүләкләнде.
Гөлшат Нөғәмәнова иһә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһенең рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Марсель Тойғонов менән Хәлил Рәхмәтуллин ауыл тормошонда янып йәшәгәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте, артабан да сәләмәт, айыҡ тормош яҡлы булырға өндәнеләр. Ҡоролтай вәкилдәре урындағы милли традицияларҙы, мәҙәниәтте, рухи-әхләҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалауға тос өлөш индергән Салауат Хөснийәров, Бикйән Шәрәфетдинов һәм Салауат Зәйнуллинды рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Улар шулай уҡ мәктәп һәм ауыл китапханаларына китаптар бүләк итте.
— Илебеҙ киләсәге — балаларҙа. Ҡыҙҙар-малайҙар һау-сәләмәт булһа, тимәк, йәштәр үҫә, йәштәр ныҡлы булһын тиһәк, спортҡа ылыҡтырырға, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаларға, айыҡ аҡыл менән берҙәм эштәр башҡарырға тейешбеҙ. Билдәле яҡташығыҙ иҫтәлегенә ойошторолған бөгөнгө сара ауылдың йәше-ҡарты бар эште бергәләп башҡарыуығыҙҙы күрһәтте, берҙәм булыуығыҙҙы дәлилләне. Маҙһар Ситдиҡ улы кеүек арҙаҡлы шәхестәрегеҙ хаҡында мәктәптәрҙә мәғлүмәттәр булырға тейеш. Нәҡ улар кеүек булырға ынтылып, балалар киләсәккә ҙур хыялдар ҡуйып, тырышып уҡый, ҡаҙаныштар яулай. Быны үҙемдән сығып әйтәм, — тине Марсель Марат улы.
Иң әүҙем ете ғаиләгә район мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Илһамов «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексына йөрөп, һаулыҡтарын нығытыр өсөн сертификаттар тапшырҙы.
Байрамды кәйефтәрҙе күтәреп, дәртләндереп, йыр-моңға күмеп, «Моңдар ҡайтһын ауылға!» исемле баянсылар һәм гармун-сылар бәйгеһе тамамланы. Таштимер ауыл биләмәһенең төрлө ауылдарынан килгән оҫта гармунсылары бейеү көйҙәренә теҙмә һәм ретро көйҙәр башҡарҙы. Жюриҙың юғары баһаһына Әбйәлил ауылынан Сәлим Дәминдаров лайыҡ булды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Ҡужандан Венера Бикташева менән Йәлембәттән Артур Ишмырҙин бүлеште. Таштимерҙең оҫта гармунсыһы Хәйҙәр Хызыров махсус бүләккә лайыҡ булды.
Февраль айы булыуға ҡарамаҫтан, төп саралар ойошторолған майҙандан бер аҙ ситтә ҡаҙандар аҫылды. Ауылдың уңған ҡатындары бешергән тәмле йыуасанан һәр кем ауыҙ итергә ашыҡты, боронғо ризыҡты әҙерләү серҙәре менән дә ихлас уртаҡлашты улар.
Был урындан көноҙоно кеше өҙөлмәне: байрамда ҡатнашыусылар Таштимер ағинәйҙәре әҙерләгән былауҙы ашап, йыуаса, сәк-сәк, бауырһаҡ, башҡа төрлө тәм-том менән ҡайнар самауыр сәйе менән һыйланды. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр кемдең күңеленә хуш килде һый.
1-2-се кластар уҡыусылары мәктәптең спорт залында етеҙлеккә, сослоҡҡа көс һынашты. 3-4-се кластарҙа уҡыған ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн ярыштар урамда ойошторолдо. Төрлө спорт сараларында ҡатнашып, күңел асҡан балаларҙы дәртләндереп, уларҙың барыһына ла бүләктәр тапшырылды.
«Мунсыҡҡай» боҙ майҙансығында спорт ярыштары гөрләне. Төрлө ауылдарҙан килгән ғаиләләр шау-гөр килеп, күңелле эстафеталарҙы үтеп, беренсе булыу өсөн бар тырышлыҡтарын, көсөн һалды. Һөҙөмтәлә иң күп мәрәй йыйған Таштимерҙән Мозафаровтар ғаиләһе еңеүсе тип табылды, Тупаҡтан Суфияновтар икенсе, Йәлембәттән Рыҫҡоловтар өсөнсө урында билдәләнде. Әбйәлилдән Йәрмөхәмәтовтар, Ҡужандан Хәсәновтар, Михайловканан Мырҙабулатовтар ғаиләләре дәртләндереү приздарына лайыҡ булды.
Ауыл халҡы көсө менән төҙөлгән боҙ майҙансығында үткән хоккей турниры ла ойошҡанлы үтте. Әбйәлил, Тупаҡ һәм Иҙәш ауылдарынан килгән һәм Таштимерҙең үҙенән йәштәр һәм ололар командаларының көсөргәнешле уйындары ауылдың олоһон да, кесеһен дә йыйҙы. Ни тиһәң дә, быйма кейеп уйнағандарын күҙәтеү айырыуса мауыҡтырғыс, күңелле күренеш. Етеҙлектәре менән айырылып торған Таштимер йәштәре был уйында хаҡлы рәүештә еңеүсе тип табылды. Иҙәш ауылының ир-уҙаманадары командаһы икенсе урынға сыҡты, өсөнсөлөк — тупаҡтарҙа.
Читайте нас: