Республикала "Мәҙәниәт" дәүләт проекты маҡсатында күп саралар үтә. Шуларҙың береһе - "Был һүҙҙе барыһы ла белә!" флешмобы. Ул - Халыҡ-ара туған тел көнөнә бағышланған сара.
Ҡатнашыу өсөн автор туған телдең иң популяр һүҙҙәрен тәҡдим иткән видеоролик яҙҙырырға һәм уны 15-20 февраль көндәрендә үҙҙәренең хэштегтары менән социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарында урынлаштырырға тейеш.
Бер роликта бер герой булырға мөмкин. Кадрҙа ул өс һүҙ тәҡдим итә:
1) "һәр (үҙ милләтен атай) был һүҙҙе белә... " Алға табан милли кейем һүҙенең әһәмиәтен аңлатыу бара;
2) "һәр ... (үҙ милләтен атай) был һүҙҙең тәмен белә..." Алға табан милли кухнянан тәҡдим ителгән һүҙгә аңлатма бирә;
3) "һәр ... (үҙ милләтен атай) был һүҙҙе ишетеп белә..." Алга таба тәҡдим ителгән милли уйын ҡоралы һүҙенә аңлатма бирә.
Эстәлек Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортстан Республикаһы закондарына ҡаршы килмәҫкә тейеш.
Интернет-акцияны Башҡортстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортстан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора.