-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2021, 13:50

Ил башлығы Дәүләт Думаһы фракцияһы етәкселәре менән аралашты

Рәсәй Президенты видеоконференция режимында Рәсәй парламентының түбәнге палатаһы фракцияларының етәкселәре менән аралашты.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты менән осрашыуҙа ЛДПР фракцияһы етәксеһе Владимир Жириновский, КПРФ фракцияһы етәксеһе Геннадий Зюганов, «Ғәҙел Рәсәй» партияһы фракцияһы етәксеһе Сергей Миронов, «Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһы етәксеһе Сергей Неверов, Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин һәм Президент хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко ҡатнаштылар.
- Бөгөн ил үҫеше стратегияһы күҙлегенән үҙегеҙ актуаль һәм мөһим тип һанаған мәсәьәләләрҙе тикшерергә тәҡдим итәм, - тине Владимир Путин осрашыу башында. – Әлбиттә, закондар сығарыу эшенең өҫтөнлөктәренә айырым тукталырбыҙ, өҫтәүенә, был сессия ғәмәлдәге саҡырылыш депутаттар эшенә йомғаҡ яһаясаҡ.
Был йылдарҙа Дума һөҙөмтәле эшләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ил башлығы. Былтыр, мәҫәлән, депутаттар 550-ҙән артыҡ закон ҡабул иткән. Шул уҡ ваҡытта һәр закон проектын ентекләп тикшергәндәр.
- Әлеге ваҡытта Дума «портфелендә» меңдән артыҡ закон проекты барлығын беләм, улар араһында мөһимдәре, системалылары, кисектергеһеҙҙәре бар. Уларҙы беҙҙең иҡтисади программаны тормошҡа ашырыр, граждандарҙың хезмәт, социаль хоҡуҡтарын тәьмин итер һәм ил дәүләтселлеген нығытыр өсөн ҡабул итергә кәрәк, - тип белдерҙе Владимир Путин.
Читайте нас: