+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2021, 11:45

Төп маҡсат –– эшһеҙҙәр һанын кәметеү

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектының өҫтөнлөклө төбәк программаһына ярашлы, Башҡортостанда маҡсатлы эш башҡарыла.#национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

БР Хөкүмәте бойороғона ярашлы, 2021 йылда мәшғүллек хеҙмәте өлкәһенә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.
Шуның 458,1 миллионы – республика ҡаҙнаһынан, 543,3 миллионы, компанияларҙың финанс ҡатнашлығы ярҙамында, федераль бюджеттан бүленәсәк.
Программаның маҡсаты – IV кварталға эшһеҙҙәр һанын 83,8 мең кешегә тиклем ҡыҫҡартыу, эш менән мәшғүлдәр иҫәбен 1,81 миллионға тиклем арттырыу, 45,4 мең кешегә яңы хеҙмәт урындары булдырыу.
Программаға ярашлы, эшһеҙ кешене хеҙмәт урыны менән тәьмин итеүсе ойошма 3 ай дауамында 49,9 мең һум субсидия аласаҡ. Әгәр ҙә хеҙмәткәрҙе эштән сығармай өҫтәмә уҡытһа, 87 мең һум субсидия ҡаралған.
2 мең эшһеҙ үҙ эшен асыу өсөн 200 мең күләмендә грант алыуға хоҡуҡлы.
Проект тәү сиратта уҡыу йорттарын тамамлаусылар, пандемия арҡаһында зыян күргән шәхси эшҡыуарҙар, бер ҡайҙа ла теркәлмәй эшләгән һәм социаль яҡланмаған кешеләр өсөн йүнәлтелгән.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.
Читайте нас: