«Яҙыл һәм бүләк от!» уйынында ҡатнашыу өсөн быйылғы йылдың беренсе ярты йыллығына район һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитанция күсермәләрен Нәшриәт йортона ебәрергә кәрәк ине. Күптән түгел республика акцияһына Башҡортостан телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуының тура эфирында йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр араһында Әбйәлил ауылынан Зөһрә Дәминдарованың да булыуы ҡыуаныслы. Уның бәхетенә электр самокаты эләкте.
Билдәле булыуынса, 2016 йылдан Башҡортостанда ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы һайын баҫмаларҙың тиражы кәмендә 7 процентҡа кәмеп килде. Быйыл тәүге тапҡыр тираждарҙың кәмеүе туҡтаны тиергә була, «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто гәзит-журналдары тиражы уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда артып китте. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда ике тапҡыр ташламалы ун көнлөктәр үткәрелеүе лә быға булышлыҡ итте.
Рәсәй почтаһының «Изгелек ағасы» мәрхәмәтлек акцияһы менән бер рәттән республикала «Гәзит-журнал бүләк ит!» акцияһы ла бар. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙрановтың инициативаһы менән башланған акцияны республика етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, урындағы хакимиәттәр етәкселәре күтәреп алып, социаль учреждениеларҙы, мәктәптәрҙе ветерандарҙы төрлө баҫмаларға яҙҙырҙы.
Зөһрә Бәҙретдин ҡыҙы үҙенең ғүмер байрамын билдәләгән көндә Республика мәғлүмәт үҙәге директоры А. Х. Дәүләтбәков уйында отҡан бүләген тапшырҙы.
— 2020 йыл аҙағына республика баҫмаларының дөйөм тиражы 72599 дана булһа, быйыл ул 72744 дана тәшкил итте. Район, ҡала һәм төбәк-ара гәзиттәрҙең дөйөм тиражы ярашлы рәүештә 175359 һәм 178637 дана булды. Шул иҫәптән «Осҡон» гәзите лә тиражды уҙған йылғы кимәлдә йыя алды. Бында ваҡытлы матбуғат менән дуҫ булған һәм уларҙы даими алдырған уҡыусыларҙың, шул иҫәптән һеҙҙең дә өлөшөгөҙ ҙур, — тине Айнур Хәсән улы.
Аккумуляторы электр менән көс йыйған самокаттың спорт яратҡан Зөһрә һәм Сәлим Дәминдаровтарға эләгеүе уғата ҡыуаныслы. Педагогик хеҙмәт ветерандары бөгөн дә спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Уҙған аҙнала Таштимер ауылында Маҙһар Алсынбаев иҫтәлегенә үткәрелгән саңғы ярышынан да ситтә ҡалманылар. Береһе гармунда, икенсеһе баянда уйнаған ирле-ҡатынлы Дәминдаровтар мәҙәни саралар уртаһында ла ҡайнап йәшәй.
Ҡыш саңғыла шыуһалар, ҡар иреп бөтөү менән скандинав таяҡтары менән йөрөйҙәр. Бынан тыш, аҙнаһына ике-өс тапҡыр мотлаҡ бассейнда йөҙөргә баралар. Дәминдаровтарҙың ул-ҡыҙҙары ла ата-әсә өлгөһөндә спорт менән дуҫтар. Бөгөн Фуат, Эльвира һәм Гүзәлиәнең һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе, үҙ мәшәҡәте булыуға ҡарамаҫтан, спортты ташламайҙар: айырыуса волейбол уйнарға әүәҫтәр, ҡыҙҙар аэробика менән дә шөғөлләнә.
Зөһрә Бәҙретдин ҡыҙы ҡырҡ йылға яҡын башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, бөгөн хаҡлы ялда. Сәлим Хәйрулла улы иһә 35 йыл һөнәрселек училищеһында курсанттарҙы физкульту-ранан уҡытты, бөгөн балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры вазифаһын башҡара.
2021 йылдың тәүге ярты йыллығына Дәминдаровтар «Осҡон», «Йәшлек» гәзиттәренә һәм «Шоңҡар» журналына яҙылған.
— Ошо баҫмаларҙан бер йыл да ҡалғаныбыҙ юҡ. Электрон вариантҡа ҡарағанда, ҡағыҙға баҫылғанды өҫтөн күрәбеҙ. Ҡулыңа алып уҡыуға етмәй инде, — ти Дәминдаровтар.
Әйткәндәй, улар, күрәһең, даланлы ғаилә. «Осҡон» гәзитенә яҙылыусылар араһында ойошторолған «Аҙна һайын бүләк!» уйынында ла ике тапҡыр еңеүсе булды Дәминдаровтар, «Абзелил» гәзитенән дә бүләк алғандары бар.
Бөгөн 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды ла инде. «Осҡон»ға йәки «Абзелил»ға һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, уйында ҡатнашыу өсөн квитанция күсермәләрен Өфөгә ебәрергә кәрәк. Нәшриәт йорто әҙерләгән шәп бүләктәр киләһе уйында, бәлки, нәҡ һеҙгә эләгер.