+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль 2021, 23:30

Төбәк операторҙарының эшенә контроль көсәйә

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өлкәһендәге ғәмәлдәге мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса сираттағы кәңәшмә үтте.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өлкәһендәге ғәмәлдәге мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса сираттағы кәңәшмә үтте.
Унда һүҙ нигеҙҙә коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу менән шөғөлләнгән төбәк операторҙарының эшенең сифаты хаҡында барҙы. Республиканың Экология министрлығы операторҙарҙың сүп-сарҙы сығарыуҙың раҫланған графигы буйынса эшләүҙәрен көндәлек тикшерә. 13-19 февралдә “Инцедент” системаһына ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу мәсьәләһе буйынса 60 мөрәжәғәт килгән,унан алдағы аҙнала 13 булған. БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың ҡарары буйынса бөгөн Өфөнөң сүп йыйыу урындары буйлап рейдтар үткән. Премьер-министр бөтә район-ҡала башлыҡтарына үҙ биләмәләрендә ошондай уҡ тикшереүҙәр үткәрергә ҡушты. Рейд йомғаҡтары киләһе дүшәмбелә буласаҡ кәңәшмәлә ҡараласаҡ. Бындай рейдтарҙың даими үткәрелеүе күҙаллана. “Төбәк операторҙарының эшенә контроль көсәйәсәк. Был республикала эшләүсе дүрт операторҙың өсәүһенең сүп-сар сығарыуға хаҡты күтәреүгә рөхсәт алыуына бәйле. Тимәк, улар контейнер майҙансыҡтарының таҙалығына ҡағылышлы һәм сүп сығарыу графиктары буйынса, халыҡтан бер ниндәй ялыуҙар булмаҫлыҡ итеп эшләргә тейеш”,-тине Андрей Назаров.
Читайте нас: