-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2021, 13:37

Билетһыҙ балаларҙы транспорттан төшөрөү тыйыла

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған законға ярашлы, йәмәғәт транспортынан 16 йәшкә тиклемге билетһыҙ балаларҙы төшөрөп ҡалдырыу тыйыла. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған законға ярашлы, йәмәғәт транспортынан 16 йәшкә тиклемге билетһыҙ балаларҙы төшөрөп ҡалдырыу тыйыла. Шулай уҡ, ошо закон буйынса контролерҙар билетһыҙ булғандарҙан документ талап итә ала. Бынан алда Дәүләт Думаһы депутаттары, 16 йәштән бәләкәй булған билетһыҙ балаларҙы йәмәғәт транспортынан төшөрөп ҡалдырыуҙы тыйыусы закон проектын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул иткәйне. Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин билдәләүенсә, билетһыҙ булыу сәбәпле баланы яңғыҙын юлда төшөрөп ҡалдырырға ярамай, был уның ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф тыуҙыра.
Читайте нас: